Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Апрель 2019, 12:02

«Цифрлы» телевидениеға күсеү дауам итә

Башҡортостан халҡының әле лә ағымдағы йылдың йәйендә тамамланасаҡ «цифрлы» реформаға бәйле һорауҙары бихисап. 3 июндән аналог антенналары сигнал ҡабул итеүҙән туҡтаясаҡ һәм телевизорҙы элеккесә ҡарап булмаясаҡ.

Ошондай күңелһеҙ хәлгә юлыҡмаҫ өсөн спутник йәки кабель телевидениеһына тоташырға йәки махсус приставка һатып алырға кәрәк. Ә был, әҙме-күпме булһа ла, өҫтәмә сығымдар.

Оҙаҡламай илебеҙҙә йәшәүсе барса халыҡ юғары сифатлы 20 федераль телеканалын ҡарай аласаҡ. Элекке антенналар эшләмәйәсәк. Дөрөҫөрәге, әгәр заманса телевизорығыҙ булһа, хәүефләнергә урын юҡ - сигналды ҡабул итер өсөн был етә.

Телевизор ҡараусылар өсөн тағы бер ҡаршылыҡ бар. Өйөгөҙ цифрлы тапшырыу зонаһына эләкмәүе мөмкин. Бындай осраҡта спутник тәрилкәһен ҡуйырға тура киләсәк. Мәҫәлән, беҙҙең районда 33 ауыл (Айҙарәле, Әмир, Буҙат, Ивановка, Күндерәк, Түбәнге Ибрай һ.б.) цифрлы тапшырыу зонаһына инмәй. Заманса телевизор булмаһа барыбер бер аҙ аҡса сығарырға тура киләсәк. Цифрлы сигнал тотҡан яңы антенналар яҡынса 500 һумдан, телевизор өсөн приставка 800 һумдан алып, ә ҡуйыу менән спутник тәрилкәһе - 5 мең һум тирәһе буласаҡ. Техник сәбәптәр буйынса «цифрлы» телевидение килеп етмәгән аҙ тәьмин ителгән халыҡҡа спутник тәрилкәләрен дәүләт иҫәбенә ҡуйырға мөмкин.

Аналог тапшырыуы тулыһынса туҡтатылғанға тиклем телевизор ҡараусыларға «аналог»мы йәки «цифрлы» телевидение ҡарағандарын тикшереү зарур. Әгәр телеэкранда «Беренсе канал», «Рәсәй-1», НТВ, ТНТ, «Бишенсе канал», «Рен ТВ», СТС һәм «Звезда» логотиптары эргәһендә «А» хәрефе булһа, тимәк, улар аналог телевидениеһын ҡабул итә һәм телевизорҙы «цифрлы»ға көйләргә кәрәк. 2013 йылдан һуң сығарылған заманса телевизорҙар DVВ-T2 стандартын ҡабул итә. Бындай телевизорға ябай дециметрлы антенна кәрәк була.

Ибраҡай ауылынан Зөлфирә һәм Тимерйән Хөсәйеновтарҙың ғаиләһе (һүрәттә) приставканы күптән түгел генә алған:

- Бындай приставканы алып һөйөндөк. Беҙ, пенсияға федераль социаль өҫтәмә түләү алыусы пенсионерҙар булараҡ, льготасылар иҫәбенә эләгеүебеҙҙе белгәс, шундай уҡ ғариза яҙып, кәрәкле документтар тапшырҙыҡ. Әммә әлегә компенсация алманыҡ. Көтәбеҙ. Уны улыбыҙ үҙе ҡуйҙы. Бушлай 20 каналдың әлегә, БСТ каналынан тыш, ун туғыҙы күрһәтә. Приставка ярҙамында беҙ республикала һәм тотош донъяла булған хәл-ваҡиғалар, яңылыҡтар тураһында хәбәрҙар булыу мөмкинлегебеҙ бар.

Белгес һүҙе

Ибраһимов М.Ә., тереклекте тәьмин итеү бүлеге начальнигы, райондың баш архитекторы:

- «Цифрлы» телевидениеға күсеү тураһында әленән үк хәстәрлек күрергә кәрәк. Сөнки әгәр һеҙ тышҡы йәки бүлмәләге антенна ярҙамында сигнал ҡабул итһәгеҙ, иҫегеҙҙә тотоғоҙ, 3 июндән аналог форматында Мәскәүҙә федераль телеканалдар программалары бөгөнгө кеүек күрһәтмәйәсәк. Йәғни, мәҫәлән, «Рәсәй» йәки НТВ телеканалы урынына ҡара экран барлыҡҡа килеүе мөмкин. Цифрлы тапшырыу зонаһына ингән ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн бер мең һумға тиклем күләмдә приставка һатып алыуға аҡсалата компенсация ҡаралған. Документтарҙы йәшәү урыны буйынса Күп функциялы үҙәк офистары аша тапшырырға мөмкин. Цифрлы тапшырыу зонаһында йәшәмәгән һәм льготалы ике категорияға ҡараған республика халҡы өсөн БР бюджеты иҫәбенән спутник телевизион ҡоролмаһын алыу һәм ҡуйыу ҡаралған. Бының өсөн ҡоролманы алыу һәм ҡуйыуға ғариза менән йәшәү урыны буйынса урындағы үҙидара органына йәки Стәрлебаш район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризалар 2019 йылдың 3 июненә тиклем ҡабул ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда компенсациялар алыуға бик аҙ ғариза ҡабул ителгән. Беҙҙең районда 8862 йорт. Цифрлы телевидение тотҡан зонала 6812 йорт, ә зонанан тыш - 2050 йорт урынлашҡан. Уларҙа аҙ тәьмин ителгән 126 ғаилә һәм минималь пенсия алыусы пенсионерҙар йәшәй. 2019 йылдың 1 ғинуары торошона «Ростелеком» һәм «Башинформсвязь» компанияларының кабель телевидениеһына 3945 йорт тоташҡан. Әлеге мәлдә район ауылдарында цифрлы телевидение тотҡан зонала ирекмәндәр тарафынан йорт һайын йөрөүҙәр ойошторолған. Бындай зонала аҙ тәьмин ителгән 37 ғаиләгә цифрлы телевидение сигналын ҡабул итеү өсөн 37 приставка ҡуйылған.
Читайте нас: