Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Апрель 2019, 12:12

Мәхәлләлә тағы бер сығарылыш!!!

Ошо көндәрҙә «Ислам нуры» мәсетендә шәкерттәргә документтар тапшырыу булды. Был юлы 19 шәкерт Стәрлебаш ауылының 7 һанлы мәхәлләһендә белем алыу тураһында белешмә алды.

Был ике йыллыҡ курстар 2006 йылда элекке физика уҡытыусыһы, хажи Ғәлиәкбәр ағай Искәндәров тарафынан асыла. 12 йыл эсендә 150 шәкерт Ислам нигеҙҙәрен өйрәнә. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, был юлы ике төркөм бер юлы белем ала. Береһендә, нигеҙҙә, пенсионерҙар, ә икенсеһендә, киске уҡыуҙарҙа - эш көнөнән һуң йәшерәктәр ғилем ала. Улар араһында мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары һәм башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәрен күреү һөйөнөслө.

Уларҙың һәр ҡайһыһын бында ғәрәп графикаһын, Ҡөръәнде өйрәнеү теләге алып килгән. Тәүге айҙа уларға ни тиклем ҡыйын булһа ла, уларҙың барыһы ла һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, ислам дине тураһында тәүге белем алды. Шәкерттәргә курстарҙа Аҡида, Фиҡһ, ғәрәп теле, Пәйғәмбәрҙәр тарихы, хәҙистәр, тәджүид һәм тәфсир кеүек фәндәр уҡытыла. Һәм был ғына түгел, курс дауамында уларҙың һәр ҡайһыһы ҡағиҙәләр буйынса Ҡөръәнде уҡып, уны мәрхүм булған яҡындарына бағышлай. Документты тапшырыу көнөндә уларҙың һәр ҡайһыһы ғәрәп һәм туған телдәрҙә «Хәтем» сүрәһенән аяттар уҡыны.

Шәкерттәрҙе мәсеттең имам-хатибы Тәлғәт Ғәзизуллин ҡотлап, уларға киләсәктә исламды үҫтереүҙә уңыштар теләне. Шәкерттәргә уның ярҙамсыһы, Фиҡһ буйынса дәрес биргән Вахит Әхмәҙиев уларға тейешле документтар тапшырҙы. Һәр мөғәллимә уҡыусыларына был көндө өгөт-нәсихәт һәм изге теләктәр белдерҙе.

Шәкерттәрҙең әйтеүе буйынса, тәүҙә еңел булмаған, әммә остаздары - Хәлимә Ғәлиева, Фәнүзә Наримановаларҙың ныҡышмалылығы, сабырлығы һәм түҙемлеге арҡаһында улар ғәрәп графикаһын, тәджүид ҡағиҙәләре буйынса уҡыуҙарҙы тиҙ үҙләштерә. Сәүиә Дәминованан улар Пәйғәмбәрҙәрҙең ҡыҙыҡлы һәм фәһемле тарихтарын ишетә. Рима Хисмәтуллина, Мәүлиҙә Баһауетдинова, Миңнур Бикмөхәмәтова, ҡағиҙәләргә таянып, хәҙистәрҙе аңлата.

Шәкерттәр әйтеүенсә, хәҙер уларҙың донъяға ҡарашы үҙгәргән. Улар шатлыҡтарын йәшермәй.

- Районда уҙған быуаттың мәғрифәтселәренең изге традицияларын дауам итеүҙәренә бик шатмын. Ислам ғилеме Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанса йәшәүгә нигеҙләнгән. Шуға күрә беҙ ошо дин ғилемен илһамланып өйрәндек. Изге күңелле мөғәлим-мөғәлимәләр ярҙамында, беҙгә дәрестәр еңел бирелде. Уҡыуға мин осраҡлы машиналарҙа йөрөнөм һәм ике йылда бер дәресте лә ҡалдырманым. Шуға күрә район үҙәгенә барып ҡайтырға ярҙам иткән водителдәрҙең барыһына ла, ауылдаштарыма рәхмәтлемен, - ти Ҡуғанаҡбаш ауылынан Хәкимә Яхина.

- Дингә, иманға килмәйенсә, халҡыбыҙҙың киләсәге юҡ. Күптәребеҙ бер нимә лә белмәйенсә ҡурҡа-ҡурҡа уҡырға килдек. Әммә ике йылда дини ғилем алып, ислам нигеҙҙәренә төшөнгәс, тормошҡа ҡарашыбыҙ ныҡлы үҙгәрҙе, намаҙға баҫтыҡ. Бөтә шәкерттәр исеменән көсөн һәм ваҡытын йәлләмәйенсә беҙгә белем биргән остаздарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәм, - тип уртаҡлашты тәҫораттары менән район үҙәгенән Ғүмәр Ғәйнуллин.

Һәр кем курстарҙы ойошторған өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерергә тырышты. Бындай ихлас һөйләшеү шәкерттәр үҙҙәре әҙерләгән табын артында ла дауам итте.


Читайте нас: