Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Апрель 2019, 12:10

Эштәр менән идара итеү вазифаһында - 21 йыл

Ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһенең эш үҙенсәлеге шундай, ул белем һәм оҫталығыңды даими камиллаштырыуҙы, яңы закондар, компьютер программалары өйрәнеүҙе талап итә. Юғиһә тормоштан артта ҡалырға мөмкин. Күндерәк ауыл биләмәһенең эштәр менән идара итеүсеһе Наил Абдрахманов (һүрәттә) был турала яҡшы белә һәм заман менән бергә атларға тырыша.

Мәктәптән һуң Наил Стәрлетамаҡ ҡалаһында технологик техникум тамамлай. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, тыуған ауылына ҡайтырға ҡарар итә һәм Табылды хужалыҡ-ара предприятиеһына тракторсы булып эшкә урынлаша, һуңынан уны бригадир итеп тәғәйенләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. Артабан район комсомол комитетында ойоштороу бүлегендә инструктор, һуңынан - икенсе секретарь булып эшләй. Аҙаҡ «Стәрлебаш» совхозына урынлаша. Профсоюз комитетын етәкләй һәм шунда ике йыл рәйес булып эшләй. 1998 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Күндерәк ауыл биләмәһендә эштәр менән идара итеүсе.

Наил Мөхтәр улы квалификацияһын арттырыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыша. Ул - беҙҙең районда эштәр менән идара итеүсе булып эшләүсе берҙән-бер ир-ат. Уның был вазифала хеҙмәт стажы - 21 йыл. Күндерәк ауыл биләмәһе халҡы унан башҡа был вазифала башҡа кешене күҙ алдына ла килтерә алмайҙыр, моғайын. Уны эшен нескәлектәренә тиклем белгән белемле белгес булараҡ баһалайҙар. Бөтә отчеттарҙы Наил Мөхтәр улы ваҡытында һәм хатаһыҙ тапшырырға тырыша. Ул аралашыусан, ярҙамсыл, изге күңелле кеше, хеҙмәттәштәренә һәм ауылдаштарына һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер.

Н.Абдрахмановтың эше ғәйәт күп: хәрби-иҫәп өҫтәле, нотариат, хужалыҡ иҫәбен алып барыу, муниципаль хеҙмәттәр регламенты, адреслы хужалыҡ, архив, документация һ.б. Ул Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа өс тапҡыр ҡатнаша. 2006 йылда халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында әүҙем эше өсөн миҙал, ә 55 йәшлек юбилейында - муниципаль район Советының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Наил Абдрахманов тормош иптәше Люциә менән Әлиә, Лилиә һәм Азалия исемле өс һылыу ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә, уларға юғары белем алырға ярҙам итә. Бөгөн уларҙы өс ейәне һөйөндөрә.


Читайте нас: