Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Апрель 2019, 12:17

Балаларҙы халыҡ мәҙәниәтенә йәлеп итәбеҙ

Беҙгә Федераль дәүләт стандарттары, мәғлүмәт-коммуникация технологиялары тәҡдим иткән XXI быуатта тәрбиә процесында балаларға халыҡ рухын һәм үҙаңды һеңдермәһәң, уның тейешле һөҙөмтәһе булмаҫ ине. Балаларҙы халыҡ мәҙәниәтенә йәлеп итеү уларҙы тәрбиәләүҙең айырылғыһыҙ өлөш булып тора. Йәмғиәт тормошонда тәрән үҙгәрештәр барған хәҙерге заман шарттарында был бик мөһим.

Беҙҙең 3 һанлы балалар баҡсаһында халыҡ традицияларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен яңыртыу һәм һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Күптән түгел «Ҡарға бутҡаһы» фольклор байрамы үткәрелде. Уны барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көттөк һәм уға ныҡлы әҙерләндек. Башҡорт халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен өйрәндек. Әкиәт персонаждары ла булды. Балалар халыҡ уйындарында әүҙем ҡатнашты. Байрам бер тында үтте. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бихисап ыңғай тәьҫораттар алды.

Халыҡ уйындары, йырҙары, бейеүҙәре кеүек боронғо ижад йәш быуын өсөн һаҡланыр, тип ышанғы килә. Сөнки балалар – илебеҙ киләсәге. Беҙ уларҙы рухи яҡтан бай итеп тәрбиәләй алабыҙмы, юҡмы - уныһы үҙебеҙҙән тора.
Читайте нас: