Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Апрель 2019, 12:04

Ауыл халҡының ышанысын аҡларға тырыша

Раушания Байназарова Һарайҫа ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһында күптән түгел генә эшләй. Әммә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул ауыл халҡы менән уртаҡ тел таба, уларҙың ышанысын аҡлай, проблемаларҙы һәм мәсьәләләрҙе хәл итергә тырыша.

Ауыл хужалығы тармағында Раушания Мансур ҡыҙының тәжрибәһе ҙур - ул 16 йылдан ашыу крәҫтиән-фермер хужалығына етәкселек итә. Әлбиттә, был ябай булмаған эште тормош иптәше Абузал Тимерҡаҙыҡ улы менән бергә алып бара. Улар икеһе лә - Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Был эште, ғәҙәттәгесә, иң әҙенән - 50 гектар ерҙән башлайҙар. Йылдар үтеү менән сәсеүлек майҙаны киңәйә, һәм кәрәкле техника ла арта. Өс йыл элек хужалыҡ эштәрен ғаилә башлығы исеменә күсерәләр. Әммә Раушания Мансур ҡыҙы эшен ташламай, элеккесә бухгалтерияны алып бара, отчет бирә, артабанғы эшмәкәрлекте планлаштыра.

Тыныс тормошто төшөндә генә күрәлер, тиҙәр Раушания Мансур ҡыҙы кеүектәр тураһында. Тиҙҙән уның кандидатураһы ауыл Советы башлығы вазифаһына күрһәтелә, һуңынан депутаттар тарафынан һайлана. Ауыл халҡы ла уны хуплай.

Икеләнеүҙәрен ул йәшермәй. Бер аҙ ышанмаусанлыҡ булғандыр, бәлки, әммә мәҡәлә геройыбыҙға көсөн һынап ҡарарға уның ғаиләһе, коллегалары, ауылдаштары ярҙам итә.

- Эш бик күп ваҡыт, көс, ял көндәрен ала. Көн һайын һиңә ярҙам һорап кешеләр килә. Ир менән ҡатын мөнәсәбәттәрен асыҡларға, эскеселәрҙе дөрөҫ юлға баҫтырырға, субсидиялар юлларға ярҙам итергә тура килә, - тип һөйләй Р.Байназарова эшенең ҡайһы бер нескәлектәре тураһында.

Һәм һәр береһенә лә дөрөҫ ҡараш, закондарҙы белеү, сабырлыҡ, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеү кәрәк. Бында дөрөҫ тәрбиә биреү сағыла - Раушания Мансур ҡыҙы педагогтар ғаиләһендә үҫә, унда бер-береңде ихтирам итергә өйрәтәләр, балаларҙа белемгә һөйөүҙе кескәй саҡтан уҡ тәрбиәләйҙәр.

Улар ҙа үҙ балаларын ысын кешеләр итеп тәрбиәләй. Улдары үҫеп буй еткергән инде. Азамат һәм Булат Өфө ҡалаһында эшләй. Кесе улдары 10 класта белем ала. Улар һәр ваҡыт ата-әсәһен уҡыуҙағы уңыштары менән шатландыра, хәҙер иһә тормош һуҡмағынан ышаныслы атлай.

... Бөгөн ауылда урындағы власть башлығы булыу еңел түгел. Хәл итеүҙе талап иткән бихисап проблемалар бар. Уларҙың күптәре ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҡағыла, сүп реформаһы бик күп мәшәҡәттәр өҫтәй. Раушания Байназарова үҙенә ышанып тапшырылған территорияла йәшәүселәрҙең тормошо яҡшыраҡ булһын тип тырыша.

- Мин әлегә бурыстарға төшөнәм генә, уларҙы хәл итеү юлын табырға тырышам. Халыҡ миңә был йәһәттән ярҙамлаша. Мәҫәлән, быйылғы ҡарлы ҡышта юлдарыбыҙ һәр ваҡыт асыҡ булды, бында килешеү нигеҙендә уларҙы таҙартыу менән шөғөлләнгән Салауат Көмөшбаевтың өлөшө ғәйәт ҙур. Уға иҫкәртеп торорға тура килмәне, ҡар яуыу менән ул техникаһы юлдарҙы таҙартырға сыҡты. Йәиһә Булат Аҡанаевты алайыҡ. Яңы йыл алдынан Йәлембәт ауылы үҙәгендә балалар һәм өлкәндәр өсөн майҙансыҡ эшләргә тәҡдим иткәс, ул төҙөлөш материалдары бирҙе. Ярҙамдары өсөн урындағы Совет депутаттарына, халыҡҡа ҙур рәхмәт белдергем килә. Алда беҙҙе тәртип урынлаштырыу, шәмбе өмәләре ойоштороу, ағастар ултыртыуға бәйле бихисап эштәр көтә. Планлаштырғандың барыһын да атҡарып сыға алырбыҙ, тип уйлайым.


Читайте нас: