Өлкән быуын вәкилдәренең сағыу һәм матур байрамы өс ҡаланан һәм һигеҙ райондан ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Беҙҙең районды унда «Моң шишмә» фольклор коллективы (һүрәттә), баянсылар Рөстәм Ғәлиев һәм Хәлим Латипов, Гөлйөҙөм Сәйепова, Зөлфиә Ғәҙелшина күрһәтте.
Номерҙарын бер тында, иҫ киткес итеп күрһәтеп, улар тормош һөйөүсәнлек, оптимизм, «көмөш йәштәгеләр»ҙең күңел матурлығы кеүек сифаттарҙы күрһәтте, ә тамашасылар һәм жюри ағзалары уларҙың сығыштарын көслө алҡыштарға күмде. Афарин!