Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Апрель 2019, 11:22

Соҡорҙар ремонтлана

Яҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡояшлы көндәр менән генә шатландырып ҡалмай, ҡайһы бер мәшәҡәттәр ҙә тыуҙыра. Миҙгелдәр алмашынғанда йыш ҡына күңелһеҙ күренештәр күҙәтәбеҙ: юлдарҙа соҡор-саҡырҙар барлыҡҡа килә. Беҙҙең климат менән ошондай етешһеҙлектәрҙән бер юл да һаҡланмаған.

Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында соҡорҙарҙы ремонтлау башҡарыласаҡ. Был эш беҙҙең районда 28 мартта муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙан башланды. Ҡыҙғыҙ-Миәкә - Тәтер-Арыҫлан - Стәрлебаш, Тәтер-Арыҫлан - Өсөгән-Әсән автомобиль трассалары участкалары ремонтланған. Әлеге мәлдә «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте филиалы - Стәрлебаш юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре Стәрлетамаҡ-Федоровка участкаһында юлдарҙы ремонтлау менән шөғөлләнә.

- Ағымдағы йылда температураның ҡапыл үҙгәреүе арҡаһында юлдар, уҙған йыл менән сағыштырғанда, нығыраҡ соҡорланған. Бер көндә 100-120 кв. м участканы ремонтлайбыҙ, ике бригада эшләй, - тип һөйләй юл мастеры Рәлиф Кәримов.

Шуларҙың береһен беҙ Йәлембәт ауылы эргәһендә осраттыҡ. Емерек юлдарҙы юлсылар тәүҙә фрезерлай, һуңынан таҙарта, асфальт түшәп, каток менән тигеҙләй. Соҡорҙарҙы ҡапсыҡтарға һалынған махсус асфальт менән ямайҙар. Был әҙер материал йылытыуҙы талап итмәй, ниндәй ҙә һауа шарттарында ҡулланып була, шунда уҡ эксплуатацияға әҙер.

Был участкала ремонт тамамланғас, Фәнүр Хәбибуллин, Әҡсән Харисов, Ринат Ғәлиев, Радмир Ишөмәхәмәтовтар составында юлсылар бригадаһы икенсе участкаға күсәсәк.


Читайте нас: