Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Апрель 2019, 11:14

Хафизовтар ғаиләһендә - зөбәржәт туй

Хәҙер оҙаҡ йылдар татыу йәшәүсе ғаиләләр һирәк. Бергә оҙон ғүмер кисереү - ҙур бәхет һәм шул уҡ ваҡытта оло хөрмәт. Беҙҙең районда татыу һәм берҙәм ғаиләләр булыуы һөйөндөрә, улар ғаилә традицияларын һаҡлай, балаларын тәрбиәләүгә һаҡсыл һәм талапсан ҡарай.

Февраль айында Стәрлебаш ауылынан Рәмзиә Абдулла ҡыҙы һәм Самат Хәлиулла улы Хафизовтар татыу ғүмер кисереүҙәренең 55 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләне. Уларҙың тормош юлы еңел булмай, әммә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, улар бер-береһенә ҡарата йылы, ихлас хис-тойғолар, ихтирамлылыҡ һәм тоғролоҡ һаҡлап ҡалған, лайыҡлы балалар тәрбиәләп үҫтергән. Уларға барыуым тураһында шылтыратып хәбәр иткәс, улар бер аҙ ғәжәпләнде. Ә барып ингәс, ҡунаҡсыл хужабикә өҫтәл артына саҡырҙы һәм беҙ ашыҡмай ғына әңгәмәләшә башланыҡ.

- Мин үҙем Ғафури районының Мораҡ ауылынан. Етенсе класты тамамлағандан һуң, туғыҙ йыл тирәһе үҙебеҙҙең колхозда эшләнем. Унан китергә ҡарар иткәс, мине оҙаҡ ҡына эшемдән ебәрмәнеләр, - тип һүҙен башланы Рәмзиә апай. - Стәрлетамаҡ ҡалаһында химия заводында төҙөлөштә ябай эшсе булып урынлаштым. 1963 йылда шунда практика үтеп йөрөүсе Самат менән таныштым. Бер аҙ осрашып йөрөгәс, өйләнештек.

Ғаилә башлығы Самат Хәлиулла улы Айҙарәле ауылынан. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлөш техникумында мастерға уҡый. Уның уҡыуы тамамланғас, Хафизовтар Дәүләкәндә «Башсельстрой» төҙөлөш ойошмаһына эшкә урынлашалар. Уларҙың Светлана һәм Гүзәлиә исемле ҡыҙҙары тыуа.

- Дүрт йыл эшләгәс, беҙ Стәрлебаш ауылына күсендек. Самат кирбес заводына мастер, ә мин эшсе булып урынлаштыҡ. Һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләнек, - тип ҡыҫҡаса һөйләп бирҙе Рәмзиә Абдулла ҡыҙы.

Ирле-ҡатынлы Хафизовтар - егәрле, эшһөйәр кешеләр, һәр ваҡыт намыҫлы эшләйҙәр. Ваҡытында уларға эштән торлаҡ бирәләр, ә 1989 йылда үҙ көстәре менән иркен, ҙур кирбес йорт һалып сығалар. Улар ихлас, ябай, ҡунаҡсыл, киң күңелле кешеләр. Хужабикә үҙе бешергән тәмле ҡоймаҡтары һәм ләүәштәре менән дә һыйланы. Ғаилә башлығының да ҡулдары алтын. Өйҙә бик уңайлы, һәр нимә үҙ урынында - эстә лә, тышта ла һәр ерҙә тәртип. Тәҙрә төптәрендә помидор, борос үҫентеләре күҙҙе ҡамаштыра. Хафизовтарҙың барлыҡ эштәре көйлө, әммә бына сәләмәтлектәре генә бер аҙ ҡаҡшай башлаған. Әммә улар сыныҡҡан кешеләр, барыһын да бергәләп еңеп өйрәнгәндәр. Йылдар дауамында нығына барған хис-тойғолар ғына түгел, бер-береңә ҡарата изгелекле, ихтирамлы мөнәсәбәт - татыу ғүмер кисереү сере, тип иҫәпләй улар.

Хафизовтарҙың балалары, хәҙер иһә ейәндәре һәм бүләләре лә уларҙың иң ҙур ҡаҙаныштары.

Уларҙың өлкән ҡыҙҙары Светлана коррекция мәктәп-интернатында бухгалтер булып эшләй. Тормош иптәше менән бер ул тәрбиәләйҙәр. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлөш техникумында белем ала.

Бәләкәй ҡыҙҙары Гүзәлиә район хакимиәтенең архив бүлеге начальнигы булып эшләй. Уның ҡыҙы һәм улы бар. Ҡыҙы табип булып эшләй һәм уның үҙенең дә бәләкәй ҡыҙы бар, улы нефть университетын тамамлаған.

- Беҙҙең ата-әсәйебеҙ һәр йәһәттән беҙгә ярҙам итте һәм итә. Балаларыбыҙҙы һәр ваҡыт ҡараштылар һәм әле лә бүләсәрен тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашалар. Атайыбыҙ һәр ваҡыт әсәйебеҙгә һәм беҙгә ихтирамлы булды. Ғүмер буйына төҙөлөштә эшләне. Беҙ ир-ат эшен белмәнек, барыһын да үҙе башҡарҙы. Атайыбыҙ беҙҙең өсөн үрнәкле ғаилә башлығы, һөйөклө ир, хәстәрлекле атай һәм олатай. Әсәйебеҙ кирбес заводында эшләне. Уға кирбестәрҙе мейескә һалып, ҡыҙҙырып алырға тура килә, быларҙың барыһын да ҡул менән башҡарҙылар (ул ваҡытта механизмдар булмай). Нәфис ҡатын-ҡыҙ иңдәре өсөн был бик ауыр эш, әммә ул хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләне һәм бер ҡасан да зарланманы, - ти Гүзәлиә Самат ҡыҙы. - Әлеге көнгә тиклем ата-әсәйебеҙ 50нән ашыу ҡош-ҡорт, ҡаҙ-өйрәк үҫтерә. Баҡсаларында тәртип - бер нимә артыҡ түгел. Улар беҙҙең өсөн өлгө, ышаныслы терәк-таяныс! Уларға беҙҙән тик изге теләктәр генә!

55 йыл татыу ғүмер кисереүҙе зөбәржәт туй тип атайҙар. Юҡҡа түгел, сөнки зөбәржәт - тоғролоҡ һәм намыҫ ташы. Юбилярҙарыбыҙға туғандары, яҡындарының ғаиләләре менән өлкән Хафизовтарҙың юбилейҙарын байрам итер өсөн түңәрәк өҫтәл артында тағы күп тапҡыр йыйылыуҙарын теләйбеҙ.


Читайте нас: