Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Апрель 2019, 11:08

Баҫыуҙарға тәүге агрегаттар сыҡты

11 апрелдә «Күндерәк» хужалығы аграрийҙары районда тәүгеләрҙән булып дым ҡаплатыуға төштө. Был эш механизатор Самат Замановтың еңел ҡулы менән башланды. Ул 15 метрлы тырма тағылған Т-150 тракторында беренсе көндә 30 гектар ер тырматҡан.

Беҙ килгәндә Самат Заманов (һүрәттә) Йәлембәт ауылынан алыҫ булмаған баҫыуҙа эшләй ине.

- Баҫыуҙың майҙаны 100 гектар тәшкил итә. Уҙған йылда бында кукуруз үҫтерҙек, көҙөн һөрҙөк. Эш күп ҡалманы, бөгөн тамамлайым, - ти эштәр тураһында механизатор.

С.Замановҡа баҫыуҙа яңғыҙына оҙаҡ эшләргә тура килмәгән - киләһе көнөнә уға Николай Данилов, Алексей Жаворонков, Валерий Никифоров ҡушылған. Шулай итеп, баҫыу эштәре башланғандан алып хужалыҡта дүрт агрегат менән яҡынса 500 гектар ер эшкәртелгән.

Шул уҡ ваҡытта ужым культураларына ашлама индереү башҡарыла. Был эште Владик Байрамғолов, Рәдис Абдуллин, Иҙрис Мораҙымов, Ришат Баһауетдинов башҡара. Ужым культуралары 1600 гектар биләй.

***

«Күндерәк» хужалығы хеҙмәтсәндәренән тыш, Ленин исемендәге хужалыҡ та сәсеүлектәргә ашлама индерә башлаған.

Шулай итеп, мөһим һәм яуаплы эш башланды. Район аграрийҙарына яҙғы-баҫыу эштәрен тиҙерәк тамамларға, көс-ғәйрәт, уңыштар, йылы һәм ҡояшлы көндәр теләйбеҙ!


Читайте нас: