Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Апрель 2019, 11:12

Ауылдар таҙарып ҡалды

«Таҙа республика» акцияһы сиктәрендә райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә уҙған йома-шәмбе көндәрендә йәнә экологик шәмбе өмәләре үтте, унда дәррәү эш ҡайнаны.

Был юлы хеҙмәт коллективтары ҡарҙы таратыу менән генә сикләнмәне. Эш күп булды. Ҡулдарына тырма һәм һепертке тотоп, өмәлә ҡатнашыусылар ҡойолған былтырғы япраҡтарҙы тырманы, биналарға беркетелгән территорияларҙы һеперҙе. Сүплеккә сығарыр өсөн сүп-сарҙы тоҡтарға тултырҙы, шулай уҡ бордюрҙарҙы ағартты, участкаларҙы таҙартты, ҡороған ботаҡтарҙы бысты.

Ауыл биләмәләрендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре ауыл мәҙәниәт йорттары, клубтар һәм башҡа бина территорияларын ғына түгел, ә беркетелгән юл ситтәрен дә йыйыштырҙы.

Мәҫәлән, Стәрлебаш ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Иҫке Ҡалҡаш ауыл Советы сигенән алып Ибраҡай ауылы зыяратына, шулай уҡ Хәлекәй ауылы боролошонан ял итеү пунктына тиклем, ә кадастр һәм милек үҙәге коллективы хеҙмәткәрҙәре - ҡулсанан Первомайский ауылына тиклем участкала сүп-сарҙы йыйҙы.

«Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» МУП коллективының шәмбе көнө иртәнге 5.00 сәғәттә башланды. Өс берәмек техника ярҙамында Стәрлебаш ауылы үҙәк майҙаны һәм урамдары һеперелде, канауҙар тәртипкә килтерелде, сүп-сар сығарылды. Предприятиеның төҙөкләндереү буйынса мастеры Фәнил Ибәтуллин әйтеүенсә, был көндө район эске эштәр бүлегендә сүпте йыйыштырған полиция хеҙмәткәрҙәре (уны сығарып түгеү өсөн техниканы «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» МУП биргән) һәм редакция хеҙмәткәрҙәре тырышып эшләне.

Шәмбе өмәләренән һуң район ауылдары, юл ситтәре территориялары күпкә таҙарҙы. Әммә был эште дауам итергә кәрәк. Ә иң мөһиме - сүпләмәҫкә, бысратмаҫҡа.

Киләһе шәмбе өмәһе 20 апрелдә үтәсәк.
Читайте нас: