Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Апрель 2019, 12:30

Социаль страховкалау фондынан нисек аҡса алырға?

Рәсәй Федерацияһының Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе производствола йәрәхәтләнеү һәм һөнәри сирҙәрҙе кәметеү буйынса иҫкәртеү сараларын финанслау программаһына йомғаҡ яһаны.

Эш биреүселәргә программа сиктәрендә производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм һөнәри сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкалауға, тәбиғәтте һаҡлау һәм предприятиела хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу сараларына страховка взностарынан 20%ҡа тиклем йүнәлтеү мөмкинлеге бирелеүе тураһында аңлатабыҙ.

Унда ҡатнашыуға ғаризалар һәм документтар Социаль страховкалау фонды территориаль бүлеге тарафынан 1 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

Финанслау программаһы маҡсатлы, йәғни эш биреүселәрҙең Фонд аҡсаһын башҡа кәрәк-яраҡҡа йүнәлтергә хоҡуғы юҡ. Был фактор, һис шикһеҙ, эшсе файҙаһына эшләй.

Иғтибар, яңылыҡ көтәбеҙ!

2019 йылдың мөһим үҙгәреше - финанслау проценты артыуы көтөлә. Шулай итеп, РФ Социаль страховкалау фонды 20% урынына страховкалаусылар, пенсия ҡануниәтенә ярашлы, ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы тәғәйенләү хоҡуғы биреү йәшенә еткәнгә тиклем биш йылдан да һуңламай хеҙмәткәрҙәргә шифахана-курорт дауаланыуға өҫтәмә саралар күләмен йүнәлткән осраҡта страховка взностары иҫәбенән эш биреүселәргә 30% ҡайтарасаҡ.

Эш биреүселәр үҙгәрештәр үҙ көсөнә инеү менән хәбәр ителәсәк.

Аҡса ҡайҙа китте?

2018 йылда республика эш биреүселәр Социаль страховкалау фондынан иҫкәртеү сараларына 295,7 млн. һум алды. Программала 3075 эш биреүсе ҡатнашты.

Алға китеп шуны хәбәр итәбеҙ, 2019 йылға беҙҙең республика өсөн сумма бер ярымға тиклем артты һәм 435 млн. һум тәшкил итәсәк.

2018 йылда финанслауҙың дөйөм күләмдең иң күп өлөшө эш биреүселәргә түбәндәгесә йүнәлтелде:

- хеҙмәткәрҙәргә мотлаҡ медицина тикшереү үткәреүгә - 116,14 млн. һум, 74 меңдән ашыу кеше медицина тикшереүе үткән;

- зыянлы һәм хәүефле производствола эшләгән хеҙмәткәрҙәргә шифахана-курорттарҙа дауаланыу өсөн - 90,27 млн. һум, 2513 хеҙмәткәр дауаланды;

- шәхси һаҡланыу саралары һатып алыуға - 47,34 млн. һум;

- хеҙмәт шарттарын махсус баһалау үткәреүгә - 23,42 млн. һум, 34 мең эш урыны баһаланды.

Программаның мөмкинлектәре был ғына түгел, Фонд иҫәбенә финансланырға мөмкин булған раҫланған саралар исемлеге бар, был исемлек сиктәрендә эш биреүселәрҙең был аҡсаны күпме һәм нимәгә тотоноу тураһындва үҙ аллы ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Һис шикһеҙ, программа хеҙмәтте һаҡлау өлкәһенә әһәмиәтле өлөш индерә.

2018 йылда үҙ хеҙмәткәрҙәре сәләмәтлегенә яуаплы мөнәсәбәт күрһәткән Стәрлебаш районының биш ойошмаһына иҫкәртеү сараларын финанслау программаһы буйынса социаль страховка фонды 94 мең һумға яҡын аҡса бүлде. 2017 йыл менән сағыштырғанда ойошмалар һаны өс тапҡырға кәмене.

Белешмә өсөн

Фондтың төбәк бүлеге, республика территорияһында страховкалаусы функцияһын үтәп, эшләүсе граждандарға социаль яҡлау сараларын күрһәтеү өсөн производствола барлыҡ бәхетһеҙлек осраҡтарының, страховкаға ҡараған һөнәри сирҙәрҙең иҫәбен һәм теркәүҙе алып бара. Республикала производствола имгәнеү һәм һөнәри сирҙәр яғынан хәлдәр торошон баһалау өсөн түбәндәге мәғлүмәтте тәҡдим итәбеҙ: 2018 йылда төбәк бүлегенә производствола бәхетһеҙлек осраҡтары һәм һөнәри сирҙәр тураһында 766 хәбәр булған, шуларҙың 87% страховкалағы, йәғни производство менән бәйле тип танылған. Был күрһәткестең йыл һайын кәмеүен билдәләү зарур: 2017 йылда - 952, 2016 йылда – 1133 хәбәр булған.

Страховка осраҡтары тип табылғандарҙан уҙған йыл 102 осраҡ ауыр бәхетһеҙлек осрағы булараҡ баһаланған.

Һуңғы өс йылда шулай уҡ үлемесле бәхетһеҙлек осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. 2018 йылда республика буйынса социаль страховка фондының төбәк бүлегенә үлемесле осраҡ тураһында 82 хәбәр килгән, шуларҙың 33ө страховкаланған тип танылған; 2017 йылда - 107 хәбәр, 45е страховкаланған; 2016 йылда - 128 хәбәр, страховкала тип танылғаны - 56.

Рәсми рәүештә эшкә урынлашҡан граждандар производствола имгәнгән йәки һөнәри сиргә дусар булған осраҡта ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиеға, страховка түләүҙәренә - бер тапҡыр түләнеүсе һәм айлыҡ, дауалау һәм медицина, социаль һәм һөнәри реабилитацияға бәйле өҫтәмә сығымдар түләтергә хоҡуҡлы.

Юғарыла әйтелгән барлыҡ тәьмин ителеш социаль страховка фонды саралары иҫәбенә тулы күләмендә һәм ваҡытында ғәмәлгә ашырыла. Производствола бәхетһеҙлек осраҡтары һәм һөнәри сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховканы ғәмәлгә ашырыуға Фондтың төбәк бүлегенә сығымдар 2018 йылда 1 млрд. 345 млн. һум тәшкил иткән.

ФР Социаль страховкалау фондының БР төбәк бүлегендә Стәрлебаш районы эш биреүселәрҙең уҙған йыл өсөн производствола бәхетһеҙлек осраҡтары теркәлмәгән.

Производствола бәхетһеҙлек осраҡтары һәм һөнәри сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховканы бойомға ашырыуға Фондтың төбәк бүлеге сығымдары Стәрлебаш районына ҡарата 3 млн. 964 мең һумдан ашыу тәшкил иткән Страховка тәьмин ителешен 65 граждан ала.

Шулай итеп, 2018 йылда 73 ойошма 666 мең һум суммаға яҡын аҡса алған булыр ине, әммә мөрәжәғәт итеүселәр ни бары бишәү генә булған.

Хөрмәтле эш биреүселәр, әлеге мәғлүмәткә тейешле иғтибар бирергә һәм ағымдағы йылда программала әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Финанслау мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итеү өсөн телефондар: 8 (347) 255-95-33, 8 (347) 255-95-32 аша, шулай уҡ барлыҡ мәғлүмәтте r02.fss.ru сайтында «Эш биреүселәр өсөн» бүлегендә табырға мөмкин.


Светлана МИФТАХОВА,

Рәсәй Федерацияһы социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлеге

3 һанлы филиалының баш белгес-ревизоры.
Читайте нас: