Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Апрель 2019, 12:25

Ҡояш электростанцияһы

Ул беҙҙең районда төҙөләсәкХәҙер кешелек үҙенең хәүефһеҙ киләсәген альтернатив үҫеше менән бәйләй. Уйлап табыусыларҙың, ғалимдарҙың, инженерҙарҙың тырышлығы экологик, иҡтисади һөҙөмтәле энергия етештереү ысулдарын уйлап табыуға йүнәлтелгән.

2014 йылдың мартынан был эшкә Рәсәйҙә ҡояш энергетикаһын үҫтереү өсөн төҙөлгән «Солар Системс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡушылды. 2020 йылға тиклем уға Рәсәйҙең биш төбәгендә 17 ҡояш паркы төҙөп, хеҙмәтләндерә башлау зарур. Был хоҡуҡты компания төҙөлөш проекттарын, яңыртылыусы энергия сығанаҡтары нигеҙендә эшләүсе (ВИЭ) объекттарҙы конкурс һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса алды.

«Солар Системс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ағымдағы йылда уҡ Стәрлебаш районында ҡояш электростанцияһын (СЭС) төҙөй башлай. Бының өсөн Стәрлебаш подстанцияһы артында урынлашҡан ер участкаһы һайлап алынды

Ҡояш электрстанцияһын төҙөү өсөн Стәрлебаш районын һайлаусы «Солар Системс» уның территорияһында ер өҫтөндә ҡояш яҡтылығы менән нурланыш күрһәткестәре ҙур булыуы, шулай уҡ юғары инновацион һәм инвестицион рейтинг менән аңлата.

Сафҡа индерелгәндән һуң электростанция етештергән электр энергияһын күмәртәләп һатыу баҙарында һатасаҡ. Ул Рәсәйҙең Берҙәм энергетика системаһы аша тапышырасаҡ.

Рафаэль ИСКӘНДӘРОВ, Стәрлебаш ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас: