Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Апрель 2019, 12:40

Мәсьәләләр бергәләп хәл ителә

Район хакимиәте вәкилдәре һәм хеҙмәттәре етәкселәренең Йәшергән ауыл биләмәһе халҡы менән осрашыуы апрель башында ауыл мәҙәниәт йортонда үтте.

Ауыл биләмәһе башлығы Н.В.Ғимазов сараны асып, ауыл халҡын район үҙәгенән килгән вәкәләтле кешеләр менән таныштырҙы. Нияз Вәғиз улы ауыл Советындағы эштәр торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе, уҙған йылда ниндәй эштәр башҡарылыуы һәм ағымдағы йылда нимәләр планлаштырылыуы тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәре буйынса, дүрт ауыл биләмәһендә 1128 кеше теркәлгән. Шуныһы һөйөнөслө, ауыл Советы территорияһында шәхси эшҡыуарҙар һаны артыуы күҙәтелә. Бөгөнгө көндә бында дүрт сауҙа нөктәһе, дүрт пилорама, көнбағыш майы етештереү һәм фасовкалау буйынса өс цех, 13 КФХ һәм икмәкхана эшләй. Быларҙың барыһы ла граждандарҙың эшлекле, тырыш һәм маҡсатҡа ынтылыусан булыуҙары арҡаһында, шулай уҡ район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәре ярҙамында булдырылған. Ауыл биләмәләрен төҙөкләндергәндә һәм саралар үткәргәндә эшҡыуарҙар яғынан ҙур ярҙам күрһәтелә, уларға ҙур рәхмәт, тип билдәләне Нияз Ғимазов. Урындағы етәкселек даими рәүештә граждандар мөрәжәғәтенә иғтибар бүлә, тине ул. Ауыл халҡы араһында дүрт мәсет имамдары һәм хатиптары тарафынан ҙур тәрбиәүи эш алып барыла. Һәм бында шулай уҡ уҙған йылдарҙағы кеүек үк, халыҡтан һөт йыйыу планлаштырылған.

Һуңғы йылдарҙа республика, район һәм урындағы бюджет сараларын йәлеп итеп, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү өсөн бик күп эш башҡарылған. Ауыл халҡы урындағы һәм район хакимиәттәр менән берлектә мөһим проблемаларҙы билдәләй, ә һуңынан уларҙы хәл итеүҙә матди яҡтан ярҙам күрһәтә. Шулай итеп Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса мобиль янғын һүндереү комплексы һатып алғандар. Хәҙер Айтуған ауылында ФАП бинаһында ремонт эшләргә йыйыналар.

Үҙәк район дауаханаһының баш табибы И.И.Яппаров һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бер нисә күрһәткес менән таныштырҙы. Уның һүҙҙәре буйынса, демографик хәл-торош, яман шеш һәм ВИЧ-инфекция менән сирләүселәр һаны буйынса статистика бик босроулы. Ауыл халҡының һорауҙарына яуап итеп, Йәшергән ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһы талаптарға тап килмәй һәм шуға күрә бында һатыуҙа дарыу препараттары юҡ, тип билдәләне.

Район Пенсия фонды идаралығы начальнигы Л.М.Кәримова пенсия ҡануниәтендәге яңылыҡтар тураһында һөйләне, ауыл халҡы һорауҙарына яуап бирҙе.

Райондың баш ветеринар табибы А.Р.Әхмәров ҡатнашыусыларҙы эпизоотик хәл-торош менән таныштырҙы һәм ветеринар контролгә алынырға тейешле продукцияны етештергән, күсереп йөрөткән йәки һатҡан предприятиелар һәм шәхси эшҡыуарҙар 1 июлдән «Меркурий» системаһы аша ғына рәсмиләштергән ветеринар документация менән уларҙы оҙатып барырға тейеш.

Сығыштарҙан һуң ауыл халҡы урамдарҙы яҡтыртыу, Түбәнге Ибрай һәм Айтуған ауылдары араһында Тәтер йылғаһы аша күперҙе, Ырымбур өлкәһе яғынан ингән яҡтан Стеланы яңыртыу, ауылдар араһындағы юлдарҙы асфальтлауға ҡағылышлы һорауҙар бирҙе. Уларҙың күбеһенә тейешле хеҙмәт етәкселәре урында яуап бирҙе. Башҡаларын хәл итеү өсөн ваҡыт һәм финанс сығымдар талап ителә.

Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы И.Ғ.Ибәтуллин осрашыуға йомғаҡ яһаны. Был юлы граждандар бик әүҙем булманы, тип билдәләне Ильяс Ғаяз улы. Шуға ҡарамаҫтан, урындағы етәкселек һәм ауыл халҡының берҙәм тырышлығы менән күп проблемалар хәл ителә. Бында уҡ Йәшергән ауыл биләмәһе башлығы Нияз Ғимазов намыҫлы хеҙмәттәре, ауыл биләмәһе тормошона тос өлөш индергәндәре һәм әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Әнүәрбәк Ғәлләмов менән Айҙар Ямалетдиновҡа Маҡтау грамоталары тапшырҙы.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: