Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Апрель 2019, 12:15

Ауыл пенсионерҙары пенсияһына өҫтәмә алды

Республикала ауыл ерендә йәшәгән 54,5 мең эшләмәгән пенсионер пенсияһына өҫтәмә алды.

Яңынан иҫәпләүҙәр һөҙөмтәһендә айлыҡ өҫтәмәнең күләме, ауылдағы стаж өсөн 1333 һум 55 тин тәшкил итте. Өсөнсө төркөмгә ҡараған инвалидтарҙың пенсияһы 667 һумға артты: 25 процентлыҡ өҫтәмә 1 ғинуарҙан билдәләнгән түләү күләменән — 5334,19 һумдан сығып иҫәпләнде.

Пенсияға ошондай өҫтәмә өс шарт үтәлгән осраҡта бирелә. Беренсенән, пенсионерҙың, йәки тәүге тапҡыр пенсия юллай башлаған кешенең стажы ауыл хужалығында 30 йылдан кәм булмаҫҡа, икенсенән, ул ауыл ерендә йәшәргә, бынан тыш, эшләмәҫкә тейеш.

Ауыл пенсионерҙарының пенсияһын яңынан иҫәпләү эше дауам итә. Ошо юҫыҡта пенсионер Пенсия фонды идаралығына килеп, арттырылған түләүгә хоҡуғын раҫлаған өҫтәмә документтар тапшыра ала. 2019 йылдың аҙағына тиклем мөрәжәғәт иткән осраҡта, ҡайтанан иҫәпләү эше ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан башҡарыла. Ғариза һуңыраҡ тапшырылһа, пенсия икенсе айҙан арта, - тине Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.

Ауыл пенсионерҙарына арттырылған түләү алыуға хоҡуҡ биргән стажды иҫәпләгәндә колхоз-совхоздарҙа һәм башҡа ауыл хужалығы предприятиеларында, ойошмаларында (малсылыҡта, үҫемлекселектә һәм балыҡсылыҡта) эшләү иҫәпкә алына. Ауыл халҡына страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙәр күләмен арттырыуҙы тәғәйенләүгә ярашлы, 2018 йылдың 29 ноябрендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1440 һанлы Ҡарары менән раҫланған эш, производство, һөнәр, вазифа, белгеслектәр Исемлеге, тейешле эш (эшмәкәрлек) осорҙарын иҫәпләү ҡағиҙәләре менән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең http://static.government.ru/media/files/YHfXi6WCOOHhgeXLhrl6ektvJQTDaTGW.pdf сайтында, шулай уҡ Пенсия фонды идаралығы район һәм ҡалаларҙың клиент хеҙмәттәрендә танышырға мөмкин.

БР буйынса Пенсия фонды идаралығы матбуғат хеҙмәте.


Читайте нас: