Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Апрель 2019, 11:07

Йәшергәндә шаулап-гөрләп Науруз байрамы үтте

Ошо көндәрҙә Йәшергән ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан күңелле сара - Науруз байрамы үткәрелде. «Науруз» (яңы көн) - көн менән төн тигеҙләшкәндә үткәрелгән яҙҙы ҡаршылау байрамы.

Йыл һайын үткәрелгән Науруз байрамы быйыл да бик матур, күңелле уҙҙы. Татар халҡының милли йолаларын иҫкә төшөрөп, Науруз таҡмаҡтары, йомаҡтар әйтелде, шулай уҡ ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар тарафынан төрлө конкурстар үткәрелде.

Зенфира Мөхтәруллина ауылдаштарҙы, килгән ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлап, һәр ғаиләгә сәләмәтлек, именлек һәм муллыҡ теләне.

Байрам мәлендә Ҡыш бабай үҙ биләмәләрен яҙға - Наурузбикәгә тапшырырға ашыҡманы. Уларға бер аҙ көрәшеп алырға тура килде. Һөҙөмтәлә, Яҙ гүзәле Ҡыш бабайҙың барлыҡ шарттарын да теүәл үтәп, балалар менән төрлө уйындар уйнап, бәйгеләрҙә еңеп сыҡты.

Был көндө Флүзә Усманова, Земфира Мөхтәруллина, Ризеда Фәттәхова, Әнүзә Хәйруллина һәм Гөлшат Сәйәғфәровалар барыһын да күңелле концерт менән шатландырҙы. Уларға гармунсылар ҙа ҡушылды. Шулай уҡ балалар баҡсаһы балалары ла һәм Айвар Хәсәнов та сығыш яһаны.

Сара тәмле ҡоймаҡтар менән хуш еҫле сәй табыны артында күңелле аралашыу менән тамамланды. Яҙҙы ҡаршылау байрамы унда ҡатнашыусыларҙың барыһының да хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр тип ышанабыҙ.
Читайте нас: