Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Апрель 2019, 11:04

Шахмат таҡтаһында ла уйындар ҡыҙыу була

РСФСРҙың атҡаҙанған урмансыһы С.С.Макашев иҫтәлегенә шахмат турниры интеллектуаль уйын һөйөүселәрҙе йыйҙы. Ярыштар 22 мартта «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында үтте.

Ҡатнашыусылар алдында сараны тантаналы асыуҙа район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Ә.Суфьянова сығыш яһаны, ә Сабирйән Суфьян улының балалары йыйылыусылар менән атайҙары тураһында йылы иҫтәлек менән уртаҡлашты.

Турнирҙа биш йәш төркөмөндә барлығы 87 шахматсы ҡатнашты. Район ярыштарында, билдәле булыуынса, яҡшылар ҡатнаша. Уларҙың барыһы ла лайыҡлы уйнаны һәм һәр береһе еңеүгә дәғүә итте. Әммә хатта иң яҡшылар араһында ла иң көслөләр билдәләнә. Был көндө үҙ төркөмдәрендә еңеүсе исеменә: Динияр Мөрәсев, Софья Ҡунаҡҡужина (башланғыс мәктәп уҡыусылары), Элла һәм Артур Шапошниковтар, Алина Абайҙуллина (барыһы ла Буҙат урта мәктәбенән), Ләйлә һәм Камил Хисамовтар (Ямғырсы төп мәктәбе), Рамазан Ғәлиев (Ҡуғанаҡбаш урта мәктәбе) лайыҡ булды. Призлы икенсе урындар Иван Валиковта, Ирина Абайҙуллинала, Зарина Әсәҙуллинала (2-се Стәрлебаш урта мәктәбенән), Тимур Хоҙайбирҙинда, Эльвина Мөрәсевала (икеһе лә башланғыс мәктәптән), Булат Әминовта, Инсаф Ҡәҙерғоловта (икеһе лә 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенән), Айгөл Бакировала (Тәтер-Арыҫлан ауылынан). Өсөнсө урында: Ислам Исламоратов, Ильвина Туҡтарова (башланғыс мәктәп уҡыусылары), Светлана Басирова, Адиль Ибәтуллин (2-се Стәрлебаш урта мәктәбе), Арыҫлан Хөбөтдинов, Азалия Хөсәйенова, Юлай Яҡупов - барыһы ла район үҙәгенең 1-се урта мәктәбенән. Өлкәндәр араһында Н.Шәрипов, К.Арыҫланғолов, Ф.Ғатауллин, А.Айыуҡасова, Ю.Хисамова, Л.Павлова призер булды.

Ярышта ҡатнашыусылар өсөн Макашевтар ғаиләһе сәй табыны ойошторҙо. Еңеүселәр спорт комитетының миҙалдары һәм грамоталары менән бүләкләнде, шулай уҡ С.Макашевтың улы - Рәфис Макашев бүләккә бал тапшырҙы.
Читайте нас: