Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Апрель 2019, 11:01

Республикабыҙға 100 йыл!

Ағымдағы йылда республика тантаналы рәүештә 100 йыллығын билдәләй. Тотош 2019 йыл ошо әһәмиәтле юбилей билдәһе аҫтында үтә. Уға бихисап сағыу саралар, сығыштар, күргәҙмәләр, ваҡиғалар арнала. Был дата беҙҙең районда ла билдәләнде. Үткән йома көндө район Мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың 100 йыллығына арналған тантаналы сара үтте. Байрамды билдәләргә һәм стәрлебаштарҙы ҡотларға ҡәҙерле ҡунаҡтар: Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаттары Рәмзил Ишһарин, Иван Сухарев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Салауат Харасов, Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов килде.

Район Мәҙәниәт йорто фойеһында күргәҙмә ойошторолдо. Унда беҙҙең райондың бай тарихын сағылдырыусы фотостендтар, фотоальбомдар (район тыуған яҡты өйрәнеү музейы республиканың 100 йыллығына 100 фотоальбом тәҡдим итте), картиналар, китаптар, йәш оҫталарҙың ҡул эштәре һәм ағастан эшләнгән әйберҙәр, Стәрлебаш районы брендына әүерелгән бал, кондитер изделиелары, көнбағыш майы күрһәтелде. Тантана башланыр алдынан ҡунаҡтар барлыҡ күрһәтелгән экспонаттар менән танышты.

Сараның тантаналы өлөшө Башҡортостан Республикаһы тураһында юбилейлы видеофильм күрһәтеүҙән башланды. Артабан тамаша залында йыйылыусылар алдында сәләмләү һүҙе менән район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ильяс Ибәтуллин сығыш яһаны. Ильяс Ғаяз улы район тарихы республика тарихы менән тығыҙ бәйле, Стәрлебаш районы ла һуғыш, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы кисерә, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштерә, халыҡ хужалығын үҫтереүҙә ҡатнаша һәм дәүер менән бергә атлай, тип билдәләне. Бөгөн район үҫә һәм киң үҫешә, был эшһөйәр яҡташтарыбыҙ - район ойошмалары, учреждениелары һәм ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандарының тырыш хеҙмәте.

Үҙ сығышында Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов республика һәм халыҡ алдында торған төп бурыстарҙы иҫкә төшөрҙө, был иҡтисади һәм инвестицион үҫеш, һаулыҡ һаҡлау, белем биреүҙе яҡшыртыу, фәнде производствоға индереү.

- Стәрлебаш районы халҡы тантаналы байрамды һәйбәт һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Аграрийҙар тарафынан 60 мең тонна ашлыҡ йыйып алынған, ауыл хужалығы техникаһы яңыртыла. Ауыл халҡының төҙөлөш менән әүҙем шөғөлләнеүе һөйөндөрә, - тине Марат Искәндәр улы. - Әммә иң ҙур байлыҡ - талантлы һәм эшһөйәр халыҡ - атҡаҙанған уҡытыусылар, табиптар, уңышлы бизнесмендар һәм меценаттар. Район именлеге өсөн тырышып эшләгән төҙөлөш тармағы, энергетика, социаль һәм мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең барыһының да һөҙөмтәле хеҙмәте ихтирамға лайыҡ, райондың үҫешенә тос өлөш индергән һәм тормошто яҡшыраҡ итеү өсөн бар көсөн һалып эшләгән һәм йәшәгән ветерандарыбыҙға айырыуса рәхмәт.

Артабан «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына» юбилей миҙалдарын тантаналы тапшырыу булды. Был наградаға хөрмәтле район халҡы, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, спорт мастеры, атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре: Абдрахман Абдрахманов, Зөфәр Аҡсурин, Фәрит Ҡәйүпов, Мансур Сөйәрғолов, Сәлимә Ғилманова, Минеғол Аллабирҙин (һүрәттә), Шакир Яппаров, Наил Хөснөтдинов, Фәнил Бакиров, Миңнулла Вилдановтар лайыҡ булды.

Республика юбилейы менән йыйылыусыларҙы шулай уҡ Р.Р.Ишһарин, И.К.Сухарев, С.Ф.Харасов ҡотланы һәм изге теләктәр белдерҙе.

Сара иң яҡшы ижади коллективтар һәм үҙешмәкәр артистар ҡатнашлығында ҙур байрам концерты менән тамамланды. Уларҙың сығышы күп милләтле республикабыҙҙың күп төрлөлөгөн һәм бай мәҙәниәтен сағылдырыусы сағыу һәм ҡыҙыҡлы программа менән оҙатылып барҙы. Башҡорт бейеүҙәре дәртле татар, рус бейеүҙәре, моңло ҡурай моңо күңелле гармун һәм баян көйө менән алмашынды. Йәлембәт ауыл мәҙәниәт йортоноң бейеү коллективы ҡатнашлығында «Стәрлебаш бөркөттәре» эстрада-фольклор коллективы башҡарған «Башҡортостан» финал йыры аҫтында тамашасыларға матур һәм сағыу концерт бүләк иткән барлыҡ артистар сәхнәгә күтәрелде.

Байрам менән, республика! Тыуған еребеҙгә киләсәктә лә именлек һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!


Читайте нас: