Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Апрель 2019, 13:10

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет.– Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй, улым. Ярата белмәйҙәр.

Бәләкәй Бәхет уйға ҡалған. “Ҙураям да кешеләргә ярҙам итә башлайым!” – тип ҡуйған унан.


Йылдар үткән. Буй еткергән Бәхет кешеләргә ихлас күңелдән ярҙам итә башлаған. Ә улары быны ишетергә, тойорға теләмәй икән.


Ахырҙа Бәхет шиңә башлаған. Бөтөнләй юғалыуҙан ҡурҡып, ауырыуынан дарыу эҙләп, алыҫ юлға сығып киткән, ти.


Көнө-төнө барғас, ял итергә туҡтаған. Ҡараһа, урман буйлап иҫкереп бөткән кейемле, ныҡ ҡартайған әбей китеп бара, ти.


– Арығанһығыҙҙыр, ял итеп алығыҙ, – тип һүҙ ҡушҡан уға Бәхет.


– Ошолай өлкәнгә һанауҙары үкенесле, – тигән әбей. – Мин бит – Мөхәббәт! Шундай йәшмен бит әле.


– Мөхәббәт? – тип хайран ҡалған Бәхет. – Ә мин донъяла иң матуры һеҙҙер тип уйлағайным...


– Ә һин кем?


– Бәхет.


– Нисек инде? Мин дә бит һинең хаҡта шундай уйҙа инем...


– Нимә эшләне был кешеләр беҙҙең менән?


– Ярай, хәҙер бергә булһаҡ, бер-беребеҙҙе хәстәрләһәк, тиҙ арала йәшәрербеҙ һәм матурланырбыҙ!


Ошонан алып Бәхет менән Мөхәббәт гел бергә, ти. Кешенең тормошонан ҡайһыһылыр китһә, уға икенсеһе лә эйәрә, сөнки был тойғолар – бер бөтөн. Ә әҙәм балаларының бәғзеләре ошоно һаман аңлай алмай.
Читайте нас: