Был ауылда йәшәгән бер ҡатын үҙенең баҡсаһына сыҡҡас, ят бөжәктәрҙең күплегенә хайран ҡала. Уларҙы фотоға төшөрөп ала. Һуңынан был ҡорттарҙың ҡар бөрсәләре икәне билдәле була.
“Саҡырылмаған ҡунаҡтар” күрше өлкә сигенәсә сит ер участкаларын да һырып алған була. Ә инде һуңғы арала көндәр йылытҡас, ҡар бөрсәләре һыу күләүектәрендә лә барлыҡҡа килә башлай. Бындай хәл Шаҡарлыла тәүгә күҙәтелә.
"Башҡортостан" гәзитенән.