Бында кешеләр көндөң икенсе яртыһында килә башлай. Киске сәғәт 6-7ләр тирәһендә улар күбәйә, сөнки йөҙөргә яратыусыларҙың күбеһе эш көнөнән һуң килә. Әммә кисен сәләмәтлек өсөн файҙалы үткәрергә теләүселәр бик үк күп түгел. Һуңғы йылдарҙа был хәл айырыуса аяныслы: 2018 йылда бассейнға 6210 кеше килгән, ә унан бер йыл алда килеүселәр һаны 10 меңгә етә яҙған. Шуларҙың күбеһе - күп балалы ғаиләләр, уларға был хеҙмәт бушлай күрһәтелә. Пенсионерҙарға 50% ташлама яһала. Даими килеүселәр абонементтар ала.
- Был ысул уңайлы һәм аҡсаны ла янда ҡалдырырға ярҙам итә, сөнки туғыҙ билет һатып алһаң, унынсыһы бүләккә бирелә, - тип аңлата кассир Миңлегөл Михайлова. - Әйткәндәй, ағымдағы йыл башынан бер билет хаҡы 100, балаларға - 50 һум тәшкил итә.
М.Михайлова әйтеүенсә, бассейнға сәләмәт йәшәү рәүешен тормош принцибы итеп һайлаған пенсионерҙар: Зөлфирә һәм Таһир Фәтҡуллиндар, Наилә Сәләхетдинова, Ғәлиә Йосопова, Миниса Дәминова, Фәнил Хөсәйенов һәм башҡалар әүҙем йөрөй. Йөҙөргә яратыусылар араһында Азамат Хәкимов, Айҙар Сәхипгәрәев, Максим Валиков, Нияз Рафиҡовтар кеүек йәштәрҙең булыуы ла һөйөнөслө, улар ауыр эш көнөнән һуң бассейнға килергә ваҡыт таба.
Яҡын ауылдарҙан да килеүселәр бар. Бында Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Гүзәлиә Ғәлимованы миҫал итеп килтерергә мөмкин. Ул ғүмер буйына мәктәптә сит телдәр уҡытыусыһы булып эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас һаулығына етдиерәк ҡарай башлай.
- Бының өсөн ваҡыт та, шарттар ҙа бар. Һыу процедураларын һаулыҡты нығытыу өсөн иң файҙалы ысулдарҙың береһе тип иҫәпләйем. Йөҙөүҙән ҙур ҡәнәғәтлек алам, - тип һөйләй ул. - Икенсе йәки өсөнсө сеансҡа эләгергә тырышам, был ваҡытта йөҙөүселәр бик күп түгел. Йөҙөү занятиеларынан тыш, саңғыла ла йөрөйөм. - Был да организмға һәйбәт тәьҫир итә, кәйефте күтәрә.
Аҙнаның айырым көндәрендә бассейнға Стәрлебаш коррекция мәктәп-интернаты хеҙмәткәрҙәре лә йөрөй. Эльвира Битҡолова, Лилиә Ишмөхәмәтова, Рима Щеголева, Роза Хәсәновалар һыу файҙаһы тураһында яҡшы белә һәм шуға ла занятиеларҙы ҡалдырмаҫҡа тырыша.
- Һыу процедуралары арығанлыҡты бөтөрә, көс һәм дәрт бирә. Кисен телевизор йәки телефонға текәлеп, ваҡытты бушҡа үткәргәнсе, бассейнда йөҙөү күпкә яҡшыраҡ. Бында тотош компания менән килһәң, тағы ла күңеллерәк.
Улар һыуҙан ғына түгел, ҡыш буйына йәйәү йөрөүҙән дә ыңғай тәьҫораттар ала. Бер һүҙ менән әйткәндә, маҡтауға лайыҡ!
Йәнәшәлә генә йөҙөү бассейны була тороп, шундай файҙалы ялдан баш тартыу ахмаҡлыҡ. Һыу организмға ыңғай йоғонто яһай, мускулдарҙы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығыта, кәүҙәгә һығылмалылыҡ бирә, кәйефте яҡшырта, дөйөм алғанда, файҙаһы - бихисап. Әйҙәгеҙ, йөҙөү менән шөғөлләнәйек, балаларыбыҙҙы әүҙем ялға йәлеп итәйек, коллегалар, дуҫтарыбыҙ менән бер нисә сәғәтте күңелле компанияла үткәрергә һөйләшәйек. Сөнки һаулыҡ, билдәле булыуынса - иң ҙур байлыҡ!