Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Март 2019, 10:53

Тракторҙар әҙерлек һыҙығында

Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында тракторҙарҙы һәм тағылмаларҙы техник тикшереү тамамланды. Стәрлебаш районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының сектор мөдире Минияр Насиров һүҙҙәре буйынса, дөйөм алғанда, буласаҡ миҙгелгә аграрийҙар үҙ техникаһын һәйбәт әҙерләгән.

27 мартта техниканы тикшереү «Күндерәк» хужалығында булды. Механизаторҙар «тимер ат»тарын хужалыҡтың МТМ ҡаршыһына бер рәткә теҙгәйне. Беренсе булып имтиханды «Кировец К742» тракторы «тапшырҙы», ул ағымдағы йыл башында һатып алынған, буласаҡ сәсеү эштәрендә тәүге тапҡыр ҡулланыласаҡ. Техника күптән түгел генә завод конвейерынан сығыуға ҡарамаҫтан, уға ла шулай уҡ техник тикшереү үтеү тураһында таныҡлыҡ алырға кәрәк. Яңы тракторҙы Александр Порхунға тапшырғандар. Уның заманса техника менән эш итеү тәжрибәһе бар - биш йыл «Джон Дир»ҙа эшләгән.

- «Кировец» та яҡынса шулай уҡ техника. Бергә татыу эшләрбеҙ тип уйлайым, - ти Александр.

Әйткәндәй, бында көнбағыштыҡы кеүек үк оҙон һабаҡлы культураларҙы ваҡлау өсөн агрегат һатып алғандар.

Сиратта К-700 тракторы. Ваҡытында алдынғы механизатор Рәшит Илькин (әлеге ваҡытта хужалыҡтың баш инженеры) бындағы баҫыуҙарҙы иңләп-буйлап йөрөп сыҡҡан.

- Был бик һәйбәт техника, уны оҫта ҡуллы, тәжрибәле хеҙмәтсәнгә тапшырырға кәрәк. Әммә әлеге ваҡытта механизаторҙар табыуы бик ауыр, - тип борсола ул.

Тракторҙы техник тикшереүгә ваҡытлыса Радик Тиләев әҙерләгән.

«Беларус 892» тикшереүҙе бер ниндәй иҫкәрмәһеҙ үтте. Әлеге техниканы һигеҙ йыл файҙаланалар һәм ошо йылдар эсендә ул тәжрибәле һәм яуаплы хеҙмәтсән - Винер Вахитовтың ышаныслы ҡулдарында. Трактор хужалыҡ эштәрендә йыл әйләнәһенә - йәйен - баҫыуҙа, ҡышын - фермала йәлеп ителеүгә ҡарамаҫтан, уның техник торошо һәйбәт. Тракторға «Делаваль» аҙыҡ-таратҡыс-ваҡлағыс тағылған. Уны уҙған йылда ғына һатып алғандар, әммә уның өҫтөнлөктәрен баһалап өлгөргәндәр ҙә инде, улар тураһында В.Вахитов ентекле һөйләне.

Артабан үҙенең «ҡорос ат»ын Рәдис Абдуллин күрһәтте. Механизаторҙың документтары тулыһынса тәртиптә (хеҙмәттәшенеке кеүек үк), әммә тракторҙың техник торошо буйынса ул бер нисә иҫкәрмә алды.

«Күндерәк» хужалығы техникаһы аптечкалар һәм янғын һүндереү саралары менән тәьмин ителгән. Был көндө ете берәмек техника һәм ике тағылма эшкә рөхсәт алды. Ҡалғандары етешһеҙлектәрҙе бөтөргәндән һуң ҡабаттан тикшереү үтергә тейеш.


Читайте нас: