Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Март 2019, 10:55

Район етәкселеге - аллағыуаттарҙа

Түбәнге Аллағыуат ауыл мәҙәниәт йортонда район хакимиәтенең, район хеҙмәттәре етәкселәренең Аллағыуат ауыл биләмәһе халҡы менән март урталарында үткән осрашыуҙы ауыл биләмәһе башлығы Ю.А.Моратов асты.

Уның мәғлүмәте буйынса, ауыл Советына ҡараған биш ауылдағы 240 йортта (шуларҙың 53ө буш тора) 701 кеше теркәлгән, шуларҙың 183ө ауыл биләмәһенән ситтә йәшәй, 148е пенсионер. Фермерлыҡ хужалыҡтары - 10, төп мәктәптә 43 уҡыусы белем ала, уҡытыусылар - 8.

Ағымдағы йылда пландарҙа - Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса мобиль янғын һүндереү комплексы һатып алыу. Әлеге мәлдә янғындарҙы һүндергәндә янғын автомашинаһын һәм ауыл халҡында булған тәгәрмәсле ҙур мискәләрҙе ҡулланалар. Форсаттан файҙаланып, Юнис Алсынбай улы янғын һүндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштары: Азат Моратов, Алик һәм Руслан Бикташевтар, Анатолий һәм Василий Тюминдарға рәхмәт белдерҙе.

Аллағыуаттарҙың район етәкселегенә һорауҙары күп булманы. Улар үҙәк район дауаханаһы, Пенсия фонды идаралығы эшенә, берәҙәк эттәрҙе һәм төлкөләрҙе атыуға бәйле ине. Ошо һәм башҡа һорауҙарға райондың баш табибы И.И.Яппаров, Пенсия фонды идаралығы начальнигы Л.М.Кәримова, райондың баш ветеринар табибы А.Р.Әхмәров (һүрәттә), юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы М.Ғ.Ноғоманов яуап бирҙе.

Атап әйткәндә, Илшат Иншар улы ауыл халҡын ваҡытында диспансерлаштырыу, флюорографик тикшеренеү үтеүҙәрен һораны. Улар сәләмәтлек торошон белеп, ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә. Йоғошло сирҙәргә юл ҡуймау маҡсатында ғаиләлә, йәштәр араһында аңлатыу-профилактик эш алып барырға кәрәк, тине ул.

Уҙғарылған осрашыуға район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров йомғаҡ яһаны. Район үҙәгенә бармайынса, булған мәсьәләләрҙе урында хәл итер өсөн ошондай сараларҙы беҙ һеҙҙең өсөн ойошторабыҙ. Халыҡтың күберәк әүҙемлеген күрергә теләйбеҙ, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа, урындағы үҙидара эшендә әүҙемерәк ҡатнашығыҙ, тине Фәнүр Зөфәр улы.
Читайте нас: