Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Март 2019, 11:00

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!!!!!

«Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы - ил халҡын физик тәрбиәләүҙең тулы ҡиммәтле программалы һәм норматив нигеҙе, ул киң күләмле спортты үҫтереүгә һәм милләтте һауыҡтырыуға йүнәлтелгән. 2016 йылдың ғинуарынан был комплекс илдең бөтә мәктәптәрендә, ә 2018 йылдың 1 ғинуарынан - 6 йәштән 70 йәшкә тиклем бөтә халыҡ араһында индерелде.

Ул халыҡ тарафынан хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер комплексының алтын, көмөш һәм бронза билдәләренә тап килеүсе өс ауырлыҡ кимәле буйынса билдәләнгән норматив талаптарҙы үтәүгә әҙерлекте һәм уны үтәүҙе күҙ уңында тота. Һынау (тест) төрҙәре мотлаҡ һәм һайлау буйынса һынауҙарға бүленә.

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер нормаларын һәр кеше үтәй ала. Берҙән-бер шарт - медицина тикшереүе үтеү тураһында белешмәнең булыуы. Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер нормалары махсус тест үтеү үҙәктәрендә үтелә. Стәрлебаш районында тест үткәреү үҙәге балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә («Стәрле» спорт-һауыҡтарыу комплексы) урынлашҡан.

Нормалар

Комплекс төрлө йәш төркөмдәре өсөн 11 баҫҡыстан тора. Нормативтар: 30м, 60м, 100м, 1000м, 1500м, 2000м, 3000 метрға йүгереү, турникта күтәрелеү, ҡулдарҙа этелеү, йүгереп йәки урындан ике аяҡта этелеп оҙонлоҡҡа һикереү, саңғыла йүгереү йәки кросс, шулай уҡ карта һәм компас буйынса урынды билдәләү, усаҡ яғыу һәм ҡаршылыҡтарҙы еңеү ысулдары, пневматик винтовканан йәки электрон ҡоралдан атыу, теннис тубын ырғытыу, 16кг герҙы күтәреү (18 йәштән өлкәнерәктәр өсөн), шулай уҡ баҫып торған килеш алға эйелеүҙәрҙе үҙ эсенә алған туристик оҫталыҡтарҙы тикшереү турпоходы.

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер нормаларын үтәүҙең ыңғай яҡтары

В.В.Путиндың ГТО үтәү нормалары һөҙөмтәләре юғары уҡыу йорттарына ингәндә иҫәпкә алынасаҡ, тигән ғаризаһы киң йәмәғәт яңғырашы алды. Мәҫәлән, раҫланған таныҡлыҡ менән ГТОның алтын билдәһе 10ға тиклем балл өҫтәйәсәк! Йәғни, мәктәпте тамамлаусының юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге артасаҡ! Ә ГТО нормативтарын үтәгән һәм алтын билдә алған студенттарға юғары стипендия алыу мөмкинлеге биреләсәк, тиелә документта.

Заманса ГТО комплексы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте проекттың www.gto.ru рәсми сайтында белергә мөмкин. Нормативтарҙы үтәү һәм билдәләр алыу өсөн ошо уҡ сайтта теркәлергә кәрәк.
Читайте нас: