Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Март 2019, 11:49

Власть вәкилдәре менән күҙмә-күҙ осрашыу

21 мартта беҙҙең районға ҙур һәм мөһим команда килде. Был көндө шәхси мәсьәләләр буйынса граждандарҙы ҡабул итергә БР Башлығы Хакимиәте һәм республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре килде. Тәү сиратта, улар ведомство ҡарамағындағы учреждениеларға барып, уларҙың эшмәкәрлеге, булған проблемалары менән танышты.

Мәҫәлән, БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Д.Ә.Әхмәтйәнов эш сәфәрен район үҙәгенең «Төньяҡ» микрорайонынан башланы. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Ғ.Ибәтуллин, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре менән берлектә уның төҙөлөшө менән танышты. Артабан улар Тормай ауылына юл тотто. Бында, нисә йыл рәттән урындағы мәктәп бинаһының яртыһы буш тора. Әлеге мәлдә бинаның бер өлөшөн балалар баҡсаһы биләй. Был объектты һөҙөмтәле һәм файҙалы ҡулланылырға мөмкин. Был тема буйынса әлегә яуаптарға ҡарағанда һорауҙар күберәк.

Маршруттың киләһе пункты Стәрлебаш коррекция мәктәп-интернаты булды, бында Динир Әсғәт улы сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытыу һәм уларҙың йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынды. 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә ҡыйыҡты ремонтлау, стена һәм түшәмдәрҙе көпләү кеүек проблемалар әйтелде.

Был көндө һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннур ҡыҙы учреждение эше һәм медицина хеҙмәттәре күрһәтеү сифаты, сирлеләрҙе дауалау шарттары менән танышыу маҡсатында Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһында булды. Баш табип менән бергә улар балалар поликлиникаһын, артабан - балалар, терапия бүлектәрен ҡарап сыҡты. Уның барышында Гөлнара Фаат ҡыҙы бүлектәрҙә сирлеләр менән аралашты, уларҙың хәлдәрен һорашты, медицина персоналының уларға ҡарата мөнәсәбәте менән ҡыҙыҡһынды,пациенттарҙың ауырыу тарихтарын алып барыу һәм уларҙы һаҡлауға ҡағылышлы ҡайһы бер етешһеҙлектәргә иғтибар итте.

(Аҙағы. Башы 1-се биттә.)

Район дауаханаһына барыу Динир Әсғәт улының планында ла булған, Илшат Иншар улы уның менән хирургия корпусында вентиляция системаһының булмауы һәм элекке поликлиниканың буш бинаһын муниципаль милеккә тапшырып, киләсәктә уны торлаҡ бинаға күсереү кеүек медучреждениеның хәл ителмәгән проблемалары менән уртаҡлашты.

Был ваҡытта район хакимиәтенә борсоған һорауҙары менән район халҡы килә башланы. Сәғәт 12-лә бында граждандарҙы ҡабул итеү башланды. Ҡайһы берәүҙәр власть вәкилдәре менән осрашыуға алдан яҙылған, яҙылмайынса килеп пропуск (ҡабул итеү карточкаһын) алыусылар ҙа булды. Халыҡтың 100ҙән ашыу мөрәжәғәте тыңланды.

БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Виталий Тюр ун кеше ҡабул итте. Ауыл халҡын ағымдағы йыл башынан «сүп реформаһы»на бәйле байтаҡ һорауҙар борсой. Мөрәжәғәттәргә ҡарағанда, ҡайһы берәүҙәрҙе ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу тәртибе ҡәнәғәтләндермәй, кемдер билдәләнгән тарифтарға риза түгел. «Сүп реформаһы» - яңы система, шуға күрә, башҡа яңылыҡ кеүек үк, уның да етешһеҙлектәре бар. Уларҙы бөтөрөү һәм маҡсатҡа ирешеү өсөн ваҡыт талап ителә, - тип билдәләне Виталий Артур улы. Мәҡсүт ауылы халҡынан таҙартыу ҡоролмаларын төҙөүгә бәйле бер коллектив мөрәжәғәт булды.

БР мәғариф министры урынбаҫары Гүзәл Әхмәтшинаға был көндө байтаҡ үтенестәр ишетергә тура килде. Ҡуғанаҡбаш урта мәктәбе директоры Луиза Ғәлиева спорт майҙансығын төҙөүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Белеүебеҙсә, Ҡуғанаҡбаш - футбол һөйөүселәр ауылы. Был спорт төрө буйынса бында йыш ҡына район ярыштары үткәрелә. Урындағы футбол командаһы - район чемпионы. Әлеге ваҡытта мәктәп территорияһында спорт менән шөғөлләнеү урыны юҡ.

- Ҡасандыр үҙ көсөбөҙ менән эшләгән спорт майҙансығы ауыл ситендә урынлашҡан, ә бына мәктәп эргәһендә майҙансыҡ эшләргә хәлебеҙҙән килмәй, - тине Луиза Рәүеф ҡыҙы. Уға урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыуға тәҡдим индерергә кәңәш бирҙеләр. Һис шикһеҙ, мәғариф буйынса ла, спорт йәһәтенән дә программалар бар, әммә уларға эләгеү мөмкинлеге бик аҙ, сөнки мәктәп ҙур түгел.

РФ һәм БР Пенсия фонды идаралығы вәкилдәрендә ҡабул итеүҙә 17 кеше булды. Уларҙың мөрәжәғәте күпселек осраҡта ауыл хужалығында эш стажын иҫәпләүгә бәйле ине. Яуаптарҙы улар туранан-тура кабинетта алды.

Бик күп төрлө һорауҙар Фәрғәт Шаһиморатов һәм Мансаф Сабитовтан булды. Ҡайһы бер килеүселәр үҙ проблемаларын төрлө инстанцияларҙан документ - яуаптар һалынған папкаларҙа килтергән.

Бер үк ваҡытта төрлө кабинеттарҙа алып барылған ҡабул итеүҙәрҙә бик күп һорауҙар күтәрелде, был ауыл халҡының район, ауыл тормошона битараф булмауын аңлата. Улар төҙөкләндерелгән ауылдарҙа йәшәргә, һәйбәт юлдарҙан йөрөргә, яҡшы түләнгән эштә эшләргә, ялдарын файҙалы үткәрергә теләй. Күҙмә-күҙ үткәрелгән ошондай аралашыуҙар ауыл халҡының әлеге проблемаларын, уларҙы кәметеү өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәклеген күрһәтә.
Читайте нас: