Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Март 2019, 11:43

Хөрмәтле уҡытыусы ла, ижади шәхес тә

Наил Фирҙәүес һәм Рәшит Заһиҙуллиндарҙың татыу ғаиләһендә яҡты донъяға килә. Зәңгәр күҙле етди малай, башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк, шуҡ һәм ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә.

Урамда башҡа малайҙар менән уйнағанда Наил йыш ҡына кисен күршеһе Зиннур Хәлитовтың баянда мауығып уйнауын ишетә. Уның эргәһенә килеп, баянда оҫта уйнағанын һоҡланып ҡарап тора. Уға урамда дуҫтары менән күңелле уйнап йөрөгәнгә ҡарағанда, гармунсының йәнәшәһендә булыу ҡыҙығыраҡ була.

Шулай итеп Наил Заһиҙуллин Балалар сәнғәт мәктәбенең баян класына уҡырға инә. Был уға һәләтен үҫтерергә, хәтерен һәм белемен арттырырға ярҙам итә. Музыка мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң, ул урындағы училищеға уҡырға инә, сөнки бала саҡтан атаһы кеүек оҫта итеп машина йөрөтөргә хыяллана.

Н.Заһиҙуллин техника серҙәренә төшөнөргә теләй, әммә рәссам һөнәре тураһында хыяллана. Һүрәт төшөрөү, уның өсөн иң яратҡан шөғөл була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы художество училищеһына ул һуңлай, һәм, оҙаҡ уйлап тормайынса, педагогия институтының физика һәм математика бүлегенә документтарын тапшыра.

Һәм... һайлаған һөнәрендә яңылышмай, Наил Заһиҙуллин бик яҡшы информатика уҡытыусыһы була. Төрлө яҡлап һәләтле булыуы арҡаһында, ул әүҙем, ижади тормош алып бара. Стәрлебаштар Наилды халыҡ театрының оҫта артисы булараҡ белә. Театр коллективына ул 1994 йылда килә һәм шунан бирле күп ролдәр башҡара, уларҙы һанап бөтөрлөк түгел. Һәр ролгә етди ҡараш, яуаплы мөнәсәбәт, режиссер тәҡдимен үҙенең ижади эҙләнеүҙәре менән тулыландырырға тырышыуы үҙ эшен эшләй - ул тамашасыларға аңлайышлы һәм уны яраталар.

Наил Рәшит улының «Дауыл» тарихи спектаклендә XIX быуаттың билдәле мәғрифәтсеһе Мөхәмәтшакир Туҡаев, «Ҡояшлы бүләк» документаль спектаклендә Советтар Союзы Геройы Абдулла Әхмәтов, «Киске табын» спектаклендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кәнзәфәр, «Беҙ иҫләйбеҙ...» интермедиаһында Нур Фәтҡиевтың ролдәре тамашасылар хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Шулай уҡ ябай ауыл кешеләре, тормошта күпте күргән ҡарттар ролдәре лә бихисап уның, уларҙы ул оҫта башҡара. Наил Заһиҙуллин сәхнәлә уйнамай, ә үҙ ролдәренең тормошо менән йәшәй. Шуға күрә уға ышанаһың да.

Әлеге ваҡытта Наил Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» спектаклендә Дәүләтбай роле өҫтөндә эшләй. Был ролде ваҡытында билдәле яҡташыбыҙ Шамил Рәхмәтуллин уйнағайны. Наилгә «үҙ» Дәүләтбайын табырға тигән ауыр бурысы ҡуйылды. Күрербеҙ!

Ғаиләһендә Наил Рәшит улы тормош иптәше Зөлфиә Мөҙәрис ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары Азалия аграр университетында, бәләкәй улдары Камил 8-се класта белем ала. Был дуҫ һәм татыу ғаилә, бында өлкәндәрҙе, кеселәрҙең фекерен һәм мауығыуҙарын хөрмәтләйҙәр. Наил Рәшит улының театрға һөйөүен ғаиләһе хуплай, яҡындары уның сәхнәләге уңыштары менән ғорурлана. Наил Заһиҙуллин, һис шикһеҙ, төрлө яҡлап талантлы, ижади шәхес, хөрмәтле педагог, өлгөлө ғаилә башлығы һәм һәйбәт кеше. Үҙемдең һәм бөтә тамашасылар исеменән Наил Заһиҙуллинға яңы ижади уңыштар һәм именлек теләйем!

Шулай уҡ райондың барлыҡ халыҡ һәм үҙешмәкәр театры актерҙарын, тамашасылар һәм театр сәнғәтен һөйөүселәрҙе Бөтә донъя театр көнө уңайынан ҡотлап, ихлас күңелдән матур тамашалар, сағыу тәьҫораттар, ысын хис тойғолар һәм бәхетле ваҡиғаларға бай тормош, ҡыҙыҡлы ролдәр һәм матур идеялар менән уйындар теләйем. Театрға барыу күңелле тамашаларҙан һәр ваҡыт бихисап ыңғай тәьҫораттар бүләк итһен, театр ижады беҙҙе илһамландырһын һәм изге һөйөү менән һуғарһын.


Зөлфиә ҒИЗЗЕТДИНОВА,

«Стәрле» татар халыҡ театры етәксеһе.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: