Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Март 2019, 11:56

Хәүефле миҙгелгә әҙерлек тикшерелде

Йома көндө район үҙәге майҙанында яҙғы ташҡын осоронда мөмкин булған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен бөтөрөүгә бәйле техника әҙерлеген тикшереү смотры үтте. Элекке йылдар менән сағыштырғанда, быйылғы ҡыш ҡарлы булды. Хәҙер иһә һауа температураһы яйлап күтәрелә һәм ҡар ирей башланы.

Техника смотрында 11 ойошма ҡатнашты. Майҙанда «ГИП-Электро», «Жилищник» йәмғиәттәре, подстанция, һыу каналы, газ хеҙмәте, юл ремонт-төҙөлөш идаралығы, «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» МУП, район янғын хеҙмәте һәм район элемтә узелының транспорт һәм махсус ашығыс ярҙам саралары рәттәргә теҙелеп ҡуйылғайны. Уларҙың әҙерлеген район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ильяс Ибәтуллин һәм Стәрлебаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Эдуард Денисов баһаланы. Һәр ойошма етәксеһе һәм вәкилдәре хеҙмәткәрҙәренең, техниканың әҙерлеге, махсус һәм элемтә саралары, өҫтәмә энергия сығанаҡтары, һыу үткәрмәүсе экипировка, беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн йыйылма тураһында ҡыҫҡаса һөйләне.

Дөйөм алғанда, барлыҡ техника һәм йөҙөү саралары планлы тикшереү һәм кәрәкле ремонт үткән. Улар ташҡын йәһәтенән хәүефле осорҙа ҡулланыуға әҙер. Элекке кеүек үк, барлыҡ техника ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек режимында буласаҡ. Һыу баҫыу хәүефе янаған айырым зоналар айырыуса контролгә алынды.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА. Автор фотоһы.

Һүрәттә: Район элемтә узелы коллективы һәм техникаһы


Читайте нас: