Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Март 2019, 11:43

Уҡыусыларыбыҙ ҡаҙаныштары

Әкиәт - халыҡ ижадының киң таралған жанры. Ҡобайырҙар, хикәйәттәр, легендалар, йырҙар һәм башҡа жанрҙағы әҫәрҙәр менән бергә әкиәттәр башҡорт халыҡ ижадының бай мираҫын тәшкил итә. Башҡа жанрҙарҙағы кеүек үк, әкиәттәрҙә лә халыҡтың үткән замандарҙағы тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, көрәше, матур киләсәккә ынтылыштары, ҡанатлы хыялдары сағылған.

1 һанлы Стәрлетамаҡ балалар һынлы сәнғәт мәктәбе бына инде алтынсы йыл рәттән риүәйәттәр, эпостар буйынса «Башҡортостан халҡы риүәйәттәре» Бөтә Рәсәй балалар һынлы сәнғәт конкурсы ойоштора һәм үткәрә.

Асыҡ республика конкурсында ошо йылдарҙа ҡатнашыусылар һаны күпкә артты. Республикабыҙҙың 100 йыллығында ул, ысынлап та, Бөтә Рәсәй конкурсына әүерелде. Бик күп төбәктәр унда ҡатнашып, үҙ эштәрен ебәргәйне.

Конкурс-күргәҙмә уҡыусылар араһында балалар һынлы сәнғәт мәктәптәрендә, балалар сәнғәт мәктәптәренең художество бүлектәренда белем алған 5-7, 8-10, 11-13, 14-18 йәш төркөмдәре һәм төрлө номинациялар буйынса үткәрелде. Был - һынлы сәнғәт, үҙенсәлекле графика, баҫма графика, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, сәнғәт фәне. 2019 йылда конкурстың төп шарты - бөтә эштәрҙе лә аҡ-ҡара төҫтә башҡарыу. Жюри конкурста ҡатнашыусыларҙың 2 меңдән ашыу эшен ҡараны һәм баһаланы. Шуларҙың 240ы I, II һәм III дәрәжә Дипломдар, 140ы - дәртләндергес Дипломдар менән билдәләнде. Йыл һайын ошо конкурста беҙҙең Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнаша. Балаларҙың һәм художество бүлеге преподавателдәре Гөлдәр Ҡаҙаҡбаева, Гөлнара Кинйәбулатова, Ләйлә Абайҙуллиналарҙың бер нисә ай тырыш хеҙмәте үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе. Азалия Йәғәфәрова, 2 кластың «Аҡбуҙаттар» коллектив эше (керамика) беренсе дәрәжә, Радмила Вилданова, Юлиә Сәғитова, Илида Кәримова, «Урал батыр - Ҡабырсыҡ» коллектив эше (кейеҙ), Илиза Хөбөтдинова, Зарина Йәрмөхәмәтоваларҙың коллектив эше - икенсе дәрәжә, Диана Сергеева, Азалия Мөхәмәтғәлиева, Кирилл Денисов, Искәндәр Ғиниәтуллин, Илина Хөбөтдинова, Карина Мурзиналарҙың коллектив эше, Тимур Ғиләжетдинов, Арина Ғәлиева - өсөнсө дәрәжә Дипломдар менән бүләкләнде. Шулай уҡ Юлиә Туҡтарова, Анастасия Давыдова, Рианна Хөсәйенова, Алһыу Кинйәбулатова, Юлиә Сәғитоваларҙың эштәре Дипломдар менән билдәләнде.

Уҡыусыларға киләсәктә лә ижади уңыштар теләйбеҙ! Афарин!


Читайте нас: