Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Март 2019, 11:39

Енәйәтселекте бергәләп кенә еңәсәкбеҙ

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара комиссияһының күптән түгел үткән ултырышында сираттағы көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров ултырышты алып барҙы һәм сығыш яһаны.

Тәүҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш бүлегенең полиция участка уполномоченныйҙары бүлеге начальнигы И.Н.Хәмиҙуллин районда енәйәтселек торошона анализ яһаны, спиртлы продукцияның законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш тураһында мәғлүмәт бирҙе. Уның һүҙҙәре буйынса, район бүлегендә көнкүрештә ғауға ҡуптарыусы булараҡ иҫәптә 35 кеше тора, улар менән даими профилактик эш үткәрелә, йәмәғәт урындарында 29, балиғ булмағандар менән - ете енәйәт ҡылынған. 829 административ протокол төҙөлгән, шул иҫәптән: 17һе - ваҡ хулиганлыҡ, 212һе - эскелеккә ҡаршы законды боҙоу, 24е - спиртлы продукция һатыу, 125е - ата-әсәлек бурысын тейешенсә үтәмәү, 129ы - штрафтар түләмәү һәм 10һы - тән йәрәхәттәре килтергән өсөн.

Күреүебеҙсә, күпселек хоҡуҡ боҙоуҙар эскелеккә һәм спиртлы продукцияны законһыҙ һатыуға бәйле. Йәғни, ҡайһы бер граждандар өсөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ауылдаштарының уҡ һаулығына һәм ғүмеренә зыян килтереп, ғаиләләрҙең яҙмышын боҙоп, әсәләр, ҡатындар һәм балаларҙың әсе күҙ йәштәрендә төҙөлгән бизнес.

Спиртлы продукцияны законһыҙ һатып, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған 24 кешенән Ямғырсы, Йәлембәт, Ҡабыҡҡыуыш, Тәтербаш ауылдарынан - икешәр, Стәрлебаш, Тәтер-Арыҫлан, Әмир, Первомайский, Хәлекәй, Күндерәк, Йомағужа, Артюховка, Ибраҡай, Иҫке Ҡалҡаш, Яңы Ҡалҡаш, Түбәнге Ибрай, Корнеевка, Түбәнге Аллағыуат, Ҡараяр ауылдарынан - берәр кеше. 2018 йылда 480 литр спиртлы продукция законһыҙ әйләнештән тартып алынған.

Административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса район административ комиссия эшмәкәрлеге тураһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, административ комиссия рәйесе А.Ә.Суфьянова һөйләне.

Комиссияла тикшереү өсөн материалдар Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районы бүлегенән бирелә. Мәҫәлән, 2018 йылда 139 материал тикшерелгән, 45600 һум суммаға штраф һалынған, шуның яртыһы ғына түләтелгән, тип билдәләне Альбина Әбүзәр ҡыҙы. Иҫкәртеүҙәр ҙә практикалана (20 факт). Ғаилә-көнкүрештә ғауға ҡуптарыусылар (113), төнгө ваҡытта граждандарҙың тыныслығын боҙоу (10), ауыл хужалығы малдарын көтөү тәртибен боҙоу (9), йорт хайуандарын аҫрау, йөрөтөү, тотоу тәртибен боҙоу (7) кеүек материалдар тикшерелгән.

Административ комиссиялар эшмәкәрлеген әүҙемләштереү маҡсатында муниципаль райондаҙа яуаплы секретарь өсөн айырым штат берәмеге биреү тураһында республика Хөкүмәте ҡарары сыҡҡан.

Административ комиссиялар эшмәкәрлеген камиллаштырыу ысулдары, 2019 йылға маҡсатлы күрһәткестәр тураһында киңәйтелгән мәғлүмәт менән яуаплы секретарь вазифаһын да башҡарыусы муниципаль хеҙмәт, хоҡуҡи һәм кадрҙар эше бүлегенең баш белгесе И.М.Собханғолов сығыш яһаны.

Иркенән мәхрүм итеү урындарынан азат ителгән кешеләрҙең, иркенән мәхрүм итмәйенсә хөкөм ителгәндәрҙең тәртибенә контроллекте тәьмин итеү, уларға социаль реабилитациялауҙа ярҙам күрһәтеү буйынса эш тураһында Енәйәт-үтәтеү инспекцияһының өлкән инспекторы Г.Й.Мөхәмәтшина һөйләне. Төҙәтеү эштәренә хөкөм ителгән кешеләрҙең төп өлөшө Стәрлебаш ауыл Советына тура килә. Мәҫәлән, 2018 йылда иҫәпкә ҡуйылған 29 кешенең 17һе эшкә урынлаштырылған. Улар күберәк «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» учреждениеһында эшләгән (алты кеше). Әгәр йәйге осорҙа уларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса проблема булмаһа, ҡышҡы ваҡытта эш табыу ауырыраҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етәкселәрҙең барыһы ла төҙәтеү эштәренә хөкөмгә тарттырылыусыларҙы эшкә алырға әҙер түгел. Шуны ла оноторға ярамай, ошондай хөкөм ителеүселәрҙең күбеһе - алимент түләүселәр. Уларҙы эшкә урынлаштырыу вайымһыҙ атай йәки әсәнең балалары уларҙың хөкөм ителеү ваҡытында булһа ла аҡсалата тәьмин ителәсәк тигән гарантия бирә, тине Гөлназ Йәүҙәт ҡыҙы. Һәм ул район хакимиәте башлығының ошондай категорияға ҡараған граждандарҙы эш менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеүен һораны.

Граждандарҙан һәм юридик шәхестәрҙән бурыстарҙы, административ һәм енәйәт штраф һәм алименттарҙы түләтеү буйынса район суд приставтары бүлеге эшмәкәрлеге тураһында аныҡ һандар килтереп, бүлек начальнигы У.М.Әминов һөйләне.

Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе башлығы Р.Ғ.Әхмәтов хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса ауыл биләмәһе территорияһында үткәрелгән эш тураһында мәғлүмәт бирҙе. Комиссия ағзалары тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районы бүлегенең район ауылдарында хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү, урамдарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм енәйәттәрҙе иҫкәртеү буйынса тейешле саралар ҡабул итеү, рейдтар, даими енәйәт ҡылыусы, насар йәшәү рәүеше алып барыусы, спиртлы эсемлектәр менән мауығыусы кешеләр менән профилактик саралар үткәреү тураһында тәҡдимдәр булды.

Ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтарына, профилактикалау системаһы органдарына ата-әсә (уларҙың береһе) хөкөмгә тарттырылған ғаиләләрҙә балаларҙы ҡарау һәм тәрбиәләү шарттарын контролгә алырға тәҡдим ителде.
Читайте нас: