Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Март 2019, 11:52

Башҡарылған эшкә отчет яһалды, киләсәккә пландар билдәләнде

Ошо көндәрҙә райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә ауыл биләмәләре Советтары һәм хакимиәттәренең эшмәкәрлеге тураһында отчет ултырыштары үтә. 12 мартта Стәрлебаш ауыл биләмәһенең 2018 йылғы эшмәкәрлегенә (районда иң эреһе тип иҫәпләнә, унда 11 ауыл инә һәм яҡынса 9 мең кеше йәшәй) уның башлығы Э.А.Денисов отчет бирҙе. Докладты айырым предприятие һәм учреждение етәкселәре тулыландырҙы.

Эдуард Анатольевичтың отчеты ентекле һандар һәм факттарға бай булды. Шуларҙың бер нисәһен генә килтерәбеҙ.

- Башҡарма властың төп бурысы, - тип билдәләне ул, - халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ынтылыу. Ауыл биләмәһе Советы һәм хакимиәте эше тап ошоға йүнәлтелгән. Беҙ граждандарҙың бер мөрәжәғәте һәм ғаризаһы ла иғтибарһыҙ ҡалмаһын тип тырыштыҡ.

Уҙған йылда ул шәхси мәсьәләләр буйынса 1640 кеше ҡабул иткән. Уларҙы электр һәм һыу менән тәьмин итеү, өй, ер участкаларын милеккә рәсмиләштереү кеүек һорауҙар борсоған, хакимиәт тарафынан төрлө белешмәләр һәм характеристикалар бирелгән, эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса комиссия ултырыштары үткәрелгән, имен булмаған ғаиләләр менән эш алып барылған, тормош шарттарын яҡшыртыуҙа мохтаждар сифатында иҫәпкә ҡуйыу тураһында ғаризалар тикшерелгән, ҡарарҙар һәм күрһәтмәләр сығарылған, хәрби иҫәпкә ҡуйыу буйынса эш алып барылған. Э.Денисов бюджеттың килем һәм сығым өлөшөнә, аҡсаның ҡайҙа аныҡ сарыф ителеүенә ентекле туҡталды. Төҙөкләндереү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарылған - юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу һәм автомобиль юлдарҙы ҡарап тотоу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм сығарыуҙы ойоштороу һәм сүплекте ҡарап-тотоу, урамдар яҡтыртыуҙы техник хеҙмәтләндереү, Еңеү паркын төҙөкләндереү, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың обелисктарын ремонтлау, Стәрле йылғаһы үҙәнен таҙартыу, территорияларҙа үлән сабыу һ.б. «Ҡала мөхите», «Ысын эштәр» проекты даирәһендә ниндәй эштәр башҡарылыуын ентекле һөйләне, шулай уҡ 2019 йылға пландары менән уртаҡлашты. Был Стәрлебаш ауылында күп фатирлы алты йортто шәхси газ йылытыуына күсереү һәм ике блоклы ҡаҙанлыҡты эксплуатацияға индереү, республика программаһы буйынса биш подъезды ремонтлау, ауыл биләмәһе ауылдарында урамдарҙы яҡтыртыуҙы капиталь ремонтлау, Еңеү паркын төҙөкләндереү - тротуарға асфальт түшәү һәм яҡтыртҡыстар, яңы сәхнә, яңы балалар уйын ҡоролмаһы ҡуйыу, район үҙәгендә Октябрҙың 50 йыллығы урамында 1, 3, 5, 7, Ленин урамындағы 90, 92, 94 һанлы йорттарҙың урам территорияларын ремонтлау. Шулай уҡ ҡырсын түшәлгән юлдарҙы ремонтлау, канау, торбаларҙы таҙартыу, юлдарға асфальт түшәү, һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен төҙөү буйынса, шулай уҡ хәүеф төркөмөнә ингән ғаиләләр, суррогат алкоголь һатыусылар менән эшләү һәм юбиляр ғаилә парҙарына хөрмәт күрһәтеү дауам итәсәк. Урамдарҙа, парктарҙа, зыяраттарҙа тәртип урынлаштырыу буйынса шәмбе өмәләре үткәреләсәк. Сығышы аҙағында Э.Денисов берҙәм һөҙөмтәле эш өсөн депутаттарға, етәкселәргә, халыҡҡа рәхмәт белдерҙе. «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» МУП директоры урынбаҫары Филүс Фәйзуллин, «Стәрлебаш һыу каналы» йәмғиәте директоры Искәндәр Хәйруллин уҙған йылда уларҙың коллективтары тарафынан ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләне. Ултырышта шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән күп балалы һәм социаль хәүефле хәлдә булған ғаиләләрҙең йорттарына автономлы янғын хәбәр итеү ҡорамалын һатып алыу мәсьәләһе тикшерелде.

Үҙ хәбәрсебеҙ.


Читайте нас: