Һөнәрен һорау менән файҙаланылмай тип иҫәпләмәй ул.
- Башҡа һөнәрҙәр кеүек үк, - ти ул. - Иң мөһиме, эш хаҡы түләһендәр. Ғаиләң, балаларың булғанда, ә уларҙы ашатырға, кейендерергә кәрәк, диванда ҡырын төшөп, һөнәрҙең яҡшыһын һәм таҙаһын һайлап ятып булмай.
Заявкалар көн дауамында ҡабул ителә. Ул күп фатирлы йорттарҙы, район үҙәге ойошмаларын хеҙмәтләндерә, ассенизатор машинаһы хеҙмәтенән шәхси йорт хужалары ла файҙалана. Бер һүҙ менән әйткәндә, эшһеҙ ултырырға тура килмәй.
И.Ҡорманаев көн һайын тыуған Тормай ауылынан йөрөп эшләй, унда улар тормош иптәше Айгөл менән өй һалып сығалар, ҙур хужалыҡтары бар. Өй эштәрендә уларға ҡыҙҙары ярҙам итә.
Илһам Миҙхәт улы - ышаныслы хеҙмәткәр, һәйбәт ғаилә башлығы, эшенә яуаплы ҡарай, шуға күрә уны коллективта ихтирам һәм хөрмәт итәләр.