Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Март 2019, 11:21

Оҫта белгестәр!

Март айының өсөнсө йәкшәмбеһендә илебеҙҙә билдәләнгән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө тормошобоҙҙо уңайлыраҡ итергә тырышҡан бик күп кешеләрҙең һөнәри байрамы булып тора. Килешерһегеҙ, иретеп йәбештереүсе, сантехник, сүп йыйыусы, электрсы, ҡаҙанлыҡ операторы һәм башҡа мөһим һәм кәрәкле һөнәрһеҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.

Март айында һөнәри байрамын һуңғы дүрт йылда Алина Хәбибуллина ла (һүрәттә) билдәләй. «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» муниципаль унитар предприятиеһы коллективында ул химия-технология колледжында белем алғандан һуң эш башлай. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп юғары уҡыу йортонда ла уҡый һәм ике йыл элек ҡулына диплом ала. Алина Ғәлинур ҡыҙының вазифаһы ярайһы уҡ етди. Ул - етештереү - техник бүлеге инженеры. Ул байтаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Розалия Ибәтуллина урынына килә (ул иһә кәрәк булһа килеп, Алинаға ярҙамлаша, кәңәштәр бирә, һөнәр нескәлектәренә өйрәтә). Эш, нигеҙҙә, документтар (һатып алыу, смета, килешеүҙәр) тултырыу һәм алып барыуға бәйле.

- Уларҙы дөрөҫ тултырыуҙан тыш, закондарҙы, бихисап норматив-хоҡуҡи акттарҙы ла яҡшы белеү зарур, сөнки даими ниндәйҙер үҙгәрештәр булып тора, шуға күрә уларҙы һәр ваҡыт ҡарап торорға, өйрәнергә кәрәк, - тип һөйләй Алина Ғәлинур ҡыҙы һөнәренең төп үҙенсәлектәре тураһында.

Дөйөм алғанда, Алина Хәбибуллина үҙ бурыстарын һәйбәт үтәй, предприятие етәкселеге лә уның эшен тик яҡшы яҡтан ғына баһалай.

- Ул шулай уҡ беҙгә ҡарағанда компьютерҙы һәм төрлө компьютер программаларын да һәйбәтерәк белә, - тиҙәр уның өлкәнерәк коллегалары. - Һәр ваҡыт ярҙамсыл һәм итәғәтле.

Ял көндәрен Алина Ғәлинур ҡыҙы ғаиләһе менән үткәрергә ярата. Ул әлегә ҙур түгел - тормош иптәше Рөстәм һәм ҡыҙы Розалина. Быйыл йәйен улар буласаҡ өйҙәренә нигеҙ һалырға ниәтләй. Тимәк, уларҙың үҙ йорттарын булдырыу хыялы тағы ла яҡынаясаҡ.

Әгәр электр сымында ниндәйҙер проблема булһа, йәки генератор, автомашина стартерын ҡарап, көйләргә кәрәк булһа - уларҙы барыһынан да яҡшыраҡ электрсы (шулай уҡ автоэлектрсы) Хәлит Усманов (һүрәттә) белә. «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» предприятиеһында Хәлит Фәйзрахман улы алтынсы йыл эшләй, әммә тәжрибәһе, һис шикһеҙ, күберәк. Оҫталыҡты РТП, МСУ кеүек ҙур предприятиеларҙа туплаған. Автоэлектрсы һөнәрен ремонт-техник предприятиела эшләгән ваҡытта алған, унда электриканы өйрәнергә теләгән йәш егеттәрҙән төркөм булдырыла. Шул ваҡыттан алып Хәлит Усманов бер нисә эш урынын алмаштырһа ла, һөнәренә тоғро ҡала. Бынан тыш, ул таҡта ярыусы, балта оҫтаһы, ағас ҡырҡыусы һөнәрҙәрен дә яҡшы белә, бер һүҙ менән әйткәндә, ул һәр эшкә маһир.

- Хеҙмәттәштәрем һәйбәт кешеләр. Бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ. Шунһыҙ һәйбәт етештереү күрһәткестәренә ирешеп булмай, - ти ул.

Хәлит Фәйзрахман улы тормош иптәше Алһыу Минебәк ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙҙары Эльвира үҙен педагогикала таба, ул - башланғыс кластар уҡытыусыһы, улдары Фидан Стәрлетамаҡта эшләй. Ейәндәре Илнар беренсе класта уҡый.

Һөнәри байрамдарын коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре тыныс ҡына билдәләй алмаҫ, хатта байрамдарҙа ла уларға эш етерлек. Күреүебеҙсә, быйылғы ҡарлы ҡыш район коммуналь хеҙмәттәре өсөн бихисап һынауҙар әҙерләне. Һуңғы йылдарҙа бындай ҡыштың ҡасан булыуын күптәр хәтерләмәй ҙә инде. Шуға күрә, әлегә бөтә көс юлдарҙы, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуға йүнәлтелгән.


Читайте нас: