Әлеге тема беҙҙең заманда бик көнүҙәк һәм ул балаларға рус ғөрөф-ғәҙәттәрен, традицияларын һәм йолаларын тәрәнерәк белергә ярҙам итә. Һөҙөмтәлә, балалар рус йырҙары, әкиәттәре, уйындары, костюмдары, бейеүҙәре, яҙ байрамының әйтемдәре менән танышты. Быларҙың барыһы ла уларҙа Тыуған илгә, традицияларға һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡарата ыңғай тәьҫораттар тәрбиәләй.
7 мартта мәктәптә улар тарафынан ҙур байрам ойошторолдо. Яҙғы ҡояш нурҙарын һипһә лә, көслө ел булғанлыҡтан урамда һыуыҡ ине, әммә шуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙың барыһы ла байрамға сыҡты, тамаша ҡараны, концерт номерҙары, таҡмаҡтар әйтеү, йыр йырлау буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Иң ҡәҙерле урында уҡыусыларҙың ялҡаулыҡ, сир, насар билдәләрҙебөтөрөргә теләп яҙған хаттары һалынған ҡапсығы менән ҡарасҡы торҙо.
Һәр класс ҡоймаҡ күргәҙмәһе ойошторҙо, жюри ағзаларына иң тәмлеһен һәм формаһы буйынса үҙенсәлеклеһен һайлауы ауыр ине, сөнки уларҙың барыһы ла иҫ киткес ине. Байрам һәйбәт үтте.
Традицияларҙан тайпылмаҫ өсөн, балаларға халыҡ ижадының иң яҡшы образдары, рухи-әхләҡи нигеҙҙәре, туған тарихы менән ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында ошондай фольклор байрамдарын үткәреү зарур.
Земфира МӘҮЛЕТБИРҘИНА, «Йәш хәбәрсе» берләшмәһе етәксеһе.
Фото автор тарафынан бирелде.