Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Март 2019, 11:35

Бауырһаҡ байрамы шәп үтте!

Башҡорт һәм татар халҡының бер байрамы ла бауырһаҡһыҙ үтмәй. Бауырһаҡ – иң татлы милли ризыҡтарыбыҙҙың береһе. Башҡорт халҡы уны элек-электән туй һәм башҡа оло табындар өсөн әҙерләр булған. Уның төрҙәре бик күп. Беҙҙең районда уны бешереү оҫталығы менән дан тотҡан ҡатын-ҡыҙҙар бихисап. Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт йортонда «Бауырһаҡ байрамы» үтте һәм оҫтабикәләрҙе йыйҙы.

Башҡорт фольклорын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли аш-һыуын һәм кейемдәрен тергеҙеү - ошо төбәк фестиваль - конкурсының төп маҡсаты булды. Ойоштороусылар уны Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Бөтә донъя фольклориадаға арнаны.

Иртән иртүк район Мәҙәниәт йортоноң фойеһында Ямғырсы, Ҡабыҡҡыуыш, Иҫке Ҡалҡаш, Аллағыуат, Баҡый, Һарайҫа ауыл биләмәләре вәкилдәре милли ризыҡтарҙан торған өҫтәлдәр әҙерләне, бында бауырһаҡ менән бер рәттән тәмле ҡыҫтыбый, сәк-сәк, ҡаҙылыҡ, ҡоймаҡ, ләүәш, ҡорот, кәрәҙле бал һ.б. ҡуйылды. Өҫтәлдәрҙең тәмле ризыҡтарҙан һығылып тороуы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ниндәй оҫта хужабикә булыуын күрһәтте. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, кейеҙ әйберҙәр, мамыҡ шәлдәр, музыка ҡоралдары, ҡумыҙ күргәҙмәһе ойошторолдо. Йәшергәндән шәхси эшҡыуар Хәйҙәр Солтанов кәрәҙле һәм матур һауыттарҙа бал, умартасылыҡ продукттары, ә Балалар ижад йорто тәрбиәселәре - ҡул эштәре күрһәтте.

Шул уҡ ваҡытта район Мәҙәниәт йортона фестиваль-конкурста ҡатнашыусылар - күрше Федоровка, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Күгәрсен, Ишембай, Көйөргәҙе райондары һәм Стәрлетамаҡ, Мәләүез ҡалаларынан «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмалары килде. Ҡәҙерле ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров, республиканың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының «Ағинәйҙәр» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, «Киске Өфө» гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Рәйсә Күзбәкова, республика фольклор байрамдарының билдәле сценарийҙар авторы Сәрүәр Сурина, яҡташыбыҙ, «Ашҡаҙар» радиоһы журналисы Фәнүзә Баһауетдинованы бауырһаҡ һәм йырҙар менән ҡаршыланылар.

Фойенан уҡ байрам мөхите һиҙелә ине. Музыка яңғырай. Хужабикәләр ҡунаҡтарҙы һәм теләгән һәр кемде хуш еҫле сәй, тәмле ризыҡтар менән һыйланы. Йыйылыусылар милли аш-һыу күргәҙмәһе менән ҡыҙыҡһынып танышты. Теләүселәр дәртле көйгә бейергә төштө. Өфө ҡунағы, билдәле виртуоз - ҡумыҙсы Миңлеғафур Зәйнетдинов милли музыка ҡоралы - ҡумыҙ һәм һыҙғыртҡыстарҙың төрлө төрҙәрен тәҡдим итте. Теләүселәр Мәләүез районы һәм Өфө вәкилдәренән бик матур ҡатын-ҡыҙ милли биҙәүестәрен һатып ала алды. Билдәләп үтергә кәрәк, Мәләүез районынан Асия Латипова етәкселегендә ағинәйҙәр байрамға ентекле әҙерләнгән. Смаҡ ауылынан Гөлсөм Хисаметдинова һаҡалдар, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, балсыҡтан эшләнгән ҡурсаҡтар тәҡдим итте.

Сәләмләү һүҙе менән йыйылыусыларға Фәнүр Туҡтаров һәм Гөлфиә Янбаева мөрәжәғәт итте. Фәнүр Зөфәр улы ҡунаҡтарҙы район менән ҡыҫҡаса таныштырҙы һәм беҙҙә ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм традицияларҙы, шул иҫәптән бауырһаҡ бешереү серен дә ҡәҙерләп һаҡлайҙар һәм быуындан-быуынға тапшыралар, тип билдәлне. Барыһына ла байрамда онотолғоһоҙ тәьҫораттар алыуҙарын һәм стәрлебаштарҙың ҡунаҡсыллығына ҡәнәғәт ҡалыуҙарын теләне. Гөлфиә ханым ҡатын-ҡыҙҙарҙы боронғо әсәй-өләсәйҙәребеҙ кеүек йорт усаҡтарын һаҡлаусылар, иғтибарлы, мөләйем, миһырбанлы, хәстәрлекле булып ҡалырға саҡырҙы.

- Күргәҙмә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың эшһөйәр, аш-һыу яғынан да, бәйләү-сигеү йәһәтенән дә оҫта ҡуллы булыуҙарын күрһәтте. Улар ниндәй генә бауырһаҡ бешермәгән. Һәр ҡайһыһы тәмле һәм үҙенсәлекле. Саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп, байрамға килеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт, - тип билдәләне ул.

Райондың ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Миңлехәнә Баһауетдинова башҡорт милли аш-һыуҙары, ошо фестивалдең әһәмиәте тураһында һөйләне.

- Балаларыбыҙҙы нимәгә өйрәтеүебеҙ, уларҙың беҙҙән нимә отоп алыуы тап үҙебеҙгә бәйле. Әйҙәгеҙ, туған телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм милли аш-һыуҙарҙы белһен өсөн уларҙы татыу йәшәргә өйрәтәйек, - тип билдәләне ул.

Артабан матур һәм тамашалы концерт булды, бында райондың үҙешмәкәр артистары стәрлебаштарҙың киң күңелле, ҡунаҡсыл ғына түгел, ә талантлы ла булыуҙарын күрһәтте. Бейеүселәр Әлмира Ибраһимова менән Ләйсән Моратова, «Аманат» фольклор коллективы, 4 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре сығыштарын, район Мәҙәниәт йортоноң йыйылма фольклор коллективы башҡарыуында «Туй йолаһы - килен бауырһағы» тамашаһын, Илдар Моратов башҡарыуында моңло көйҙәр, Флүрә Арыҫланғолованың матур йырын һәм башҡа сығыштарҙы тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Улар шул тиклем сағыу, тамашалы һәм дәртле булды.

Артабан килгән ҡунаҡтар ҙа шиғырҙар һөйләне, йырҙар башҡарҙы, төрлө музыка ҡоралдарында уйнап күрһәтте. Улар иҫәбендә виртуоз - ҡумыҙсы Миңлеғафур Зәйнетдинов та булды. Мәләүездәр сәхнәлә лә айырылып торҙо. Уларҙың делегацияһынан яҡташыбыҙ Ғәлиә Татлыбаева (Яңы Ҡалҡаш ауылында тыуып үҫкән) сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Артабан дәртле таҡмаҡтар башҡарҙылар. Һуңынан барлыҡ ҡатнашыусылар билдәләүенсә, байрам матур булды, стәрлебаштар ғәжәпләндерә лә, һоҡландыра ла, халыҡ традицияларын һаҡлай ҙа белә. Заманса тормошта иң мөһиме - битараф ҡалмау. Ауылдарҙа атайҙар һәм ололарҙың абруйын тергеҙергә һәм бергәләп йәш быуындың ата-бабаларының ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итеп, тирә-яҡтың гүзәллеген, ауылдарҙа таҙалыҡ һәм тәртип һаҡлап үҫеүенә ирешергә кәрәк.

Йомғаҡ яһап, Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы күргәҙмәгә ҡуйылған бауырһаҡтарҙың күп төрлөлөгөн билдәләне. Һәм, әлбиттә, хужабикәләрҙең береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Ә Иҫке Ҡалҡаш ауылынан Маһинур Хөббөтдинова иң тәмле бауырһаҡ бешереү буйынса оҫта ҡуллы тип танылды һәм Гран-при яуланы. Шәкәр, Ҡабыҡҡыуыш, Ямғырсы, Аллағыуат ауылдары ағинәйҙәре һәм Мәҡсүт ауылынан Тәүзихә Дәүләтшина призерҙар иҫәбендә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ағинәйҙәр төбәк йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаттарын шулай уҡ күргәҙмәне ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар ҙа алды. Бер һүҙ менән әйткәндә, фестиваль шәп үтте!

Тамара Малбаева, Көйөргәҙе районы ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

- Байрамда рәхәтләнеп ҡатнаштым. Ғүмеремдең байтаҡ йылдары ошонда үткәнгә күрә, миңә Стәрлебаш районы бик яҡын. Ун йылға яҡын район Мәҙәниәт йортонда эшләнем. Бөгөн күргәндәрҙән тулҡынланып, тик ыңғай тәьҫораттар алдым. Сара бик матур булды. Афарин, стәрлебаштар!

Ғәлиә Татлыбаева (Күсәрбәева), Мәләүез районы Смаҡ ауылының ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе.

- Байрамға шатланып килдек. Минең яҡташтарым, ғәҙәттәгесә, барыһын да ихлас күңелдән ҡаршыланы һәм ҡунаҡсыллыҡтары менән таң ҡалдырҙы. Ошондай халыҡ байрамдарына ҡатнашыусылар ғына түгел, ауыл халҡы, айырыуса, йәштәр ҙә саҡырылһын ине.


Читайте нас: