Сараны асып һәм ауыл халҡын район үҙәгенән килгән вазифалы кешеләр менән таныштырғандан һуң, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ф.Ғ.Ҡотлошин ауыл Советының эш торошо, уҙған йылда ниндәй эштәр башҡарылыуы, 2019 йылға билдәләнгән бурыстар тураһында ентекле һөйләне.
Әйтергә кәрәк, ауыл халҡының да һорауҙары бихисап ине. Шуларҙың береһе - сүп-сар йыйыу. Кемгәлер түләү квитанциялары өйҙә йәшәүселәр һаны буйынса килмәгән, кемдеңдер сүбен алып китмәгәндәр, ә квитанция барыбер килгән һ.б.
Район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров ошо һәм башҡа мәсьәләләр буйынса аңлатма бирҙе.
- Бөтә ауыл биләмәләренә лә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу графигы еткерелде. Мәғлүмәт район гәзитендә лә, район хакимиәте сайтында ла бирелде. Был эш яңы башланып ҡына тора. Шуға күрә бөтәгеҙҙең дә аңлауын һорайым. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре был эште контролдә тоторға, ауыл халҡының ваҡытында сүпте сығарыуын һәм уны барлыҡ урамдарҙан йыйыуын тәьмин итергә тейеш. Әгәр квитанцияларҙа мәғлүмәт дөрөҫ булмаһа, аныҡланған белешмә тапшырып, был турала төбәк операторына хәбәр итергә кәрәк. Бындай осраҡта ҡайтанан иҫәпләү үткәреләсәк, - тине Фәнүр Зөфәр улы.
Башҡа ауыл биләмәләрендә кеүек үк, Пенсия фонды идаралығына ла һорауҙар күп булды. Улар, нигеҙҙә, ауыл хужалығында 30 йыллыҡ стажға бәйле өҫтәмә түләүгә ҡағылды. Пенсия фонды идаралығы начальнигы Л.М.Кәримова ошо яңылыҡтарҙы ентекле аңлатты, мәсьәләләрҙе аныҡлау өсөн идаралыҡҡа килергә тәҡдим итте, ҡабул итеүгә яҙылыр өсөн телефон номерҙарын әйтте.
Үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Ф.К.Хәбибуллинға ла һорауҙар байтаҡ булды. Шуларҙың береһе - Корнеевка ауылында фельдшерҙың булмауы.
Фидаил Камил улы әйтеүенсә, ауыл фельдшер-акушерлыҡ пунктының фельдшеры әлеге ваҡытта декрет ялында. Шуға ҡарамаҫтан, яҡын киләсәктә был мәсьәлә хәл ителәсәк.
Байым ауылы халҡын юл торошо борсой. Быға ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәүҡәт Ҡотлошин ағымдағы йылда юлға ваҡ таш түшәләсәк тип ышандырырлыҡ яуап бирҙе.
Иҫке Ҡалҡаш ауылы халҡы һыу башняһын таҙартып, уны ҡаплап ҡуйырға кәрәк тигән тәҡдим индерҙе.
- Беҙ был мәсьәләләрҙе хәл итәсәкбеҙ. Шул уҡ ваҡытта был йәһәттән халыҡтың үҙенә лә һорауҙар бар. Ҡайһы бер намыҫһыҙ граждандар йылдар буйына һыу өсөн түләмәй, 10-15шәр мең һум бурыстары бар, - тине, форсаттан файҙаланып, Фәүҡәт Ғәлләм улы.
Район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары И.Ғ.Ибәтуллин ер участкаларын рәсмиләштереү зарурлығы тураһында иҫкәртте. Үткәрелгән инвентаризация бихисап етешһеҙлектәр күрһәткән. Шуға күрә ер участкалары дөрөҫ рәсмиләштерелмәгән граждандар уны тейешле кимәлдә законлаштырырға тейеш. Юғиһә, штраф түләргә тура киләсәк.
Ильяс Ғаяз улы ауыл халҡына башҡа мәғлүмәт тә еткерҙе - июнь айында республикала аналог телевидениеһы эшмәкәрлеге туҡтатыласаҡ һәм цифрлы телевидениеға күсәсәкбеҙ. Ошоға бәйле цифрлы телевидение приставкаһы һатып алырға тура киләсәк. Граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына уны һатып алғанда льгота бирелә. Бының өсөн урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Үткән осрашыу үҙ-ара файҙалы булғандыр, тип уйлайбыҙ - ауыл халҡы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, ә етәкселек уларға кәрәкле мәғлүмәтте аңлайышлы формала еткерҙе.