Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, малай «токсикоман булған» — уны ошо насар ғәҙәтенән арындырырға тырышһалар ҙа, бер нәмә лә килеп сыҡмаған.
«Әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе уҙғарыла. Үҫмерҙең үлем сәбәптәрен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», — тип белдерҙеләр «Башинформ» агентлығына республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.