Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Март 2019, 10:52

Ҡышты оҙатып, барыһы ла ҡоймаҡ менән һыйланды

Оҙайлы ҡыштан арып һәм яҙҙы тиҙерәк ҡаршыларға теләп, уҙған аҙнала стәрлебаштар традиция буйынса көтөп алған яҙ байрамын үткәрҙе. Халыҡ район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда ихлас күңел асты.

Был байрамдың төп идеяһы - ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршылау. Мәҫәлән, Рәсәйҙә яҙ байрамына бешергән ҡоймаҡтар йылылыҡ һәм ҡояш символы булып тора. Элек-электән ҡышты оҙатҡанда формаһы менән ҡояшты хәтерләткән туҡлыҡлы ҡоймаҡтар бешергәндәр.

Скоморохтар, биҙәкле күлдәктәрҙә ҡыҙҙар, Яҙға урынын бирергә теләмәгән Ҡыш, Ҡар бабай, самауырҙар, төрлө эслектәр һалып бешерелгән ҡоймаҡтар - байрамда быларҙың барыһы ла булды һәм, әлбиттә, күңелле йыр-бейеүҙәр, әйлән-бәйлән уйындары һәм таҡмаҡтар менән оҙатылып барҙы! Шулай уҡ балалар төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып, тәмлекәстәр алды. Күңелдәре булғансы уйнап һәм бейеп, йыйылыусылар тәмле ҡоймаҡтар менән сәй эсте. Эйе, һый бик мул булды!

Байрамда ҡатнашыусылар сараға ентекле әҙерләнгәйне. Яҙ байрамының иң яҡшы традицияларында улар ҡунаҡтарҙы дәртле йыр һәм таҡмаҡтар, шулай уҡ ҡайнар сәй һәм ҡоймаҡлы табынға саҡырҙы. Был үҙәк район дауаханаһы, ветстанция хеҙмәткәрҙәре, 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе, реабилитация үҙәге, Балалар ижад йорто, коррекция мәктәп-интернаты педагогтары.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың әҙерлеген жюри ағзалары баһаланы. Хеҙмәт коллективтары вәкилдәренә ҡунаҡсыллыҡтарын, һый-ниғмәтле өҫтәлдәрен, шулай уҡ үҙҙәренең ҡарасҡыларын күрһәтергә кәрәк ине. Ҡуйылған бурысты уларҙың барыһы ла бик яҡшы үтәне. Жюри ағзалары кемдең иң яҡшыһы булыуын асыҡлағансы, йыйылыусылар концерт ҡараны, ҡайһы берҙәре хатта күңел асыр өсөн генә түгел, ә өшөмәҫ өсөн дә бейергә төштө. Сөнки яҙ әле тулыһынса үҙ хоҡуҡтарына инмәгән һәм урамда көн ҡояшлы булһа ла, ярайһы уҡ һалҡын ине.

Йомғаҡ яһалғандан һуң барыһына ла Рәхмәт хаттары, Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Ошо байрамды нисек үткәрәһең, тотош йыл да шулай буласаҡ, тиҙәр. Ошонан сығып, сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә ағымдағы йыл күңелле, туҡлыҡлы һәм һәйбәт үтер тип әйтеп була. Ҡыш тиҙерәк тамамланһын һәм сәскәле, наҙлы яҙ кешеләрҙең йөрәктәренә шәберәк үтеп инһен!


Читайте нас: