Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Март 2019, 10:57

Спорт яңылыҡтары

Күптән түгел район Мәҙәниәт йорто һәм 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең спорт залдарында райондың белем биреү учреждениеларының башланғыс кластар уҡыусылары араһында пионербол буйынса тәүге тапҡыр ярыштар үтте. Унда һигеҙ команда ҡатнашты.

Турнир бик ҡыҙыу башланды. Уйында ҡатнашыусыларҙың да, көйәрмәндәрҙең дә хис-тойғолары ташып торҙо. Һөҙөмтәлә, барыһы ла бихисап ыңғай тәьҫораттар һәм яҡшы кәйеф алды.

2010-2011 йылғы йәш төркөмөндә 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе беренсе, Йәлембәт мәктәбе - икенсе, Стәрлебаш башланғыс мәктәбе - өсөнсө урын яуланы.

2008-2009 йылғылар төркөмөндә урындар түбәндәгесә бүленде: беренсе урын - 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе спортсыларында, икенсе урын - Первомайский мәктәбендә, өсөнсө урын - Йәлембәт мәктәбендә.

Еңеүселәр һәм призерҙар Кубоктар, Грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

***

Шулай уҡ ай башында Стәрлебаш ауылының «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексында республика мәктәп уҡыусылары спартакиадаһы зачетына көрәш буйынса республика зона ярыштары булды.

Барлығы дүрт команда ҡатнашты. Йомғаҡ яһағандан һуң беренсе урында стәрлебаштар, икенсе урында - көйөргәҙеләр, өсөнсө урында - күгәрсендәр, дүртенсе урында - федоровкалар булды.

Һигеҙ ауырлыҡ категорияһында беренсе биш һәм икенсе өс урынды беҙҙең район көрәшселәре яуланы. Райондың йыйылма командаһы беҙҙең ауылда үтәсәк финал республика ярыштарында тулыһынса Стәрлебаш районын күрһәтәсәк.

***

Март айының беренсе аҙнаһында саңғы базаһы территорияһы район саңғы ярыштарында (эстафетала) ҡатнашҡан 107 кешене ҡаршыланы, улар араһында ауыл биләмәләре, ойошмалар, предприятиелар һәм дөйөм белем биреү учреждениелары командалары бар ине.

Ойошмалар араһында коррекция мәктәп-интернаты педагогтары финишҡа беренсе, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы - икенсе, үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре - өсөнсө килде.

Ойошмалар араһында 1-се һәм 2-се Стәрлебаш урта мәктәптәре, Тәтер-Арыҫлан урта мәктәбе вәкилдәре иң етеҙ ҡатын-ҡыҙҙар командалары булды.

Ауыл биләмәләре араһында беренсе урын Стәрлебаш ауыл Советында.

Мәктәп уҡыусылары командаларында призлы урындар түбәндәгесә билдәләнде. 2005-2006 йылғылар төркөмөндә беренсе урын - башланғыс мәктәптә, икенсе урын - 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә, өсөнсө урын - Тәтер-Арыҫлан урта мәктәбендә.

2003-2004 йылғылар төркөмөндә 2-се мәктәп спортсылары беренсе, 1-се урта мәктәп - икенсе, Стәрлебаш башланғыс мәктәбе - өсөнсө урынға лайыҡ булды.

1999-2002 йылғылар төркөмөндә: беренсе һәм өсөнсө урындар 2-се мәктәптә, икенсе урын - 1-се мәктәптә.

Бөтә командалар ҙа Кубоктар, миҙалдар һәм Грамоталар менән бүләкләнде.


Читайте нас: