Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Март 2019, 10:55

Иң әүҙемдәрҙе бүләкләнеләр

4 мартта Өфөлә «Торатау» Конгресс-холында «Ҡатын-ҡыҙ - миллəт əсəһе» тип исемләнгән республика конкурсы үтте. Сараға республиканың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарын бүләкләргә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының хәләл ефете Каринэ Хәбирова, партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Әхмәҙинуров һәм танылған совет биатлонсыһы, олимпия чемпионы Александр Тихонов килде.

Сарала беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашты. Конгресс-холл фойеһында ойошторолған күргәҙмәлә стәрлебаштар тарафынан бауырһаҡ, бал кеүек милли аштар һәм мамыҡ шәлдәр, кейеҙҙән эшләнгән әйберҙәр ҡуйылғайны. Бында шулай уҡ милли кейемдәр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр, буҙа, музыка ҡоралдары һатып алырға мөмкин ине.

Ә сараның төп өлөшө, әлбиттә, республиканың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарына Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалын тапшырыу тантанаһы булды. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, райондың ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Миңлехәнә Баһауетдинованы күреү бик һөйөнөслө булды.

- «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» - был һүҙҙәрҙә халҡыбыҙ аҡылы сағыла. «Ир-бала үҫтерһәң - ир-ат тәрбиәләйһең, ҡыҙ бала үҫтерһәң - милләт тәрбиәләйһең», тиҙәр халыҡта. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ғаилә усағын һаҡлауҙан тыш, үҙ эшенең оҫталары, республикабыҙҙың, илебеҙҙең сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша, - тип билдәләне проект етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, яҡташыбыҙ Гөлнур Ҡолһарина.

«Ҡатын-ҡыҙ - мастер» номинацияһында беҙҙең райондан эшҡыуар Гөлнара Исхаҡова бүләкләнде. Шулай уҡ бүләкләнеүселәр араһында район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева, Иҫке Ҡалҡаш ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Рәзилә Ҡотлошина бар. «Иң йәш йәмәғәтсе» номинацияһында матурлыҡ конкурстарының район һәм республика этаптарында еңеүсе, Йәлембәт ауылынан Зөбәйеровтарҙың ғаилә фольклор ансамбле солисы Ҡәҙриә Зөбәйерова иң яҡшыһы тип танылды. Иң оло ҡатнашыусы - тегеү оҫтаһы Фәриҙә Килдейәрова. Ул Әбйәлил районында йәшәй, уға 86 йәш.
Читайте нас: