Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Март 2019, 11:16

Балыҡ та тоттолар, ял да иттеләр...

Әмир быуаһы - Стәрлебаш районында иң матур урындарҙың береһе. Тап унда Ватанды һаҡлаусылар көнөндә һәүәҫкәр балыҡсылар өсөн ҡыш көнө балыҡ тотоу буйынса традицион ярыштар үтте. Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, әлеге сарала ҡатнашырға теләп, Стәрлебаш һәм Шишмә райондарынан, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәм Ырымбур өлкәһенән 50нән ашыу кеше теркәлде. Улар балыҡ тотоуҙа, мәке уйыуҙа ярышты, яланда әҙерләнгән аш-һыуҙан ауыҙ итте.

Ярышты тантаналы асыуҙа район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров көслө заттарҙы байрам менән ҡотлап, барлыҡ башланғыстарында ла именлек һәм һәйбәт ял итеүҙәрен, шулай уҡ «Бобер» һунарсылыҡ хужалығы директоры Дамир Асҡаров һәм «Перекат» балыҡсылыҡ клубы вәкиле Петр Терехов ярыштарҙа уңыштар теләнеләр

Ҡунаҡтар араһында медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, балалар яңаҡ-бит хирургияһы ғилми бүлеге, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы «ЦНИИС и ЧХЛ» федераль дәүләт учреждениеһы стоматологияһы етәксеһе Виталий Рогинский булды.

- Мин йыл һайын ҡыш көнө балыҡ тотоу буйынса ярыштарҙа ҡатнашырға тырышам. Һәм, йылына кәмендә өс тапҡыр Мәскәүҙән тап һеҙҙең районға киләм. Һунар итеү, балыҡ тотоу, дуҫтар менән осрашыу... Иҫ киткес кешеләр «Бобер» һунарсылыҡ хужалығын булдырған... Радмир Хәсәновҡа ҡунаҡсыл булғаны өсөн айырым рәхмәт белдерәм, - тине профессор.

Иң мауыҡтырғыс конкурс - ул балыҡ тотоуҙыр, моғайын, айырыуса, ҡышын. Белмәгәндәр өсөн әлеге спорт төрө бөтөнләй экстремаль булмаған шөғөл. Йәнәһе лә, балыҡсы ултыра быуала - бының ни ҡыҙығы булһын? Ысынлап та, балыҡ тотоу адреналин кимәле буйынса иң ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс спорт төрө менән бер сама икән. Ул күпме шатлыҡ һәм ыңғай тәьҫораттар бүләк итә! Боҙға тәүге аҙым менән адреналин арта ғына! Был көндө барыһы ла беренсе тапҡыр, хатта бер нисә тиҫтә йыл стажға эйә булған балыҡсылар өсөн дә. Беренсе ҡармаҡ, беренсе балыҡ ҡабыуы...

«Иғтибар! Стартҡа! Марш!» командаһынан һуң бер нисә минут үтеүгә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән Рәмил Вахитов беренсе балыҡ тотто.

- Мин бала саҡтан уҡ балыҡ тоторға яраттым, әммә был спорт төрө менән күптән түгел генә, өс йыл тирәһе шөғөлләнәм, - тине ҡыҫҡа ғына Р.Вахитов, мәкегә балыҡ өсөн ризыҡ ырғытты ла, ҡар менән ҡаплап ҡуйҙы. - Арыраҡ барайым. Был мәке беренсе балыҡ өсөн генә булды, арыраҡ балыҡтар ҙа күберәк тотолор.

Ярыш алдынан бер көн алдан һауа торошо шәптән булманы. Буран, көслө ел, хатта трассала хәрәкәт итеү сикләнгәйне. Әммә, быға ҡарамаҫтан, байрам күңелле булды. Сара юғары кимәлдә үтһен өсөн ойоштороусылар барыһын да эшләне.

Балыҡ тотоу өс сәғәт дауам итте. Һуңынан мәкене иң тиҙ уйыусылар асыҡланды. Ярыштар тамамланды һәм йомғаҡ яһарға ваҡыт етте.

Еңеүселәрҙе билдәләп үтке килә: Фәнис Сәйфетдинов (Стәрлебаш районы) иң ауыр балыҡ тотто, ул беренсе урын яуланы; иң күп балыҡ тотоу буйынса Андрей Двинянин (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) лидер; иң ҙур балыҡ - Дмитрий Агибаловта (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), ә иң бәләкәй балыҡ - Кирилл Моисеевта (Шишмә районы); иң өлкән балыҡсы - Юнир Йосопов, иң кескәй балыҡ тотоусы - Зөфәр Фәйрүзов (икеһе лә Стәрлебаш районынан); Петр Терехов (Стәрлетамаҡ) һәм Вадим Мостафин (Стәрлебаш районы) мәкене иң тиҙ уйыусы булды. Шулай уҡ Шишмә районынан Василий Воробьев һәм Стәрлебаштан ғаиләһе менән килгән Хәсәйеновтар иҫтәлекле бүләктәр алды. Улар олатай, атай, әсәйҙәре менән килгәйне.

Сарала ҡатнашыусыларҙың киләһе ҡышҡы балыҡ тотоуға тиклем күтәренке кәйеф, дәрт-дарман алыуҙарында бер шик тә юҡ. Еңмәгәндәрҙең кәйефе ҡырылмаһын, ә еңгәндәргә ирешелгәндәрҙә туҡталып ҡалмаһын.


Читайте нас: