Шулай килеп сыға, Рәфҡәт менән ҡустыһы өләсәһе һәм олатаһында тәрбиәләнеп үҫә. Уларҙың атаһы фронтта һәләк була, ә әсәйҙәре йыш ауырый һәм дауаханала ята. Бер ваҡыт Рәфҡәт әсәһенең хәлен белергә килгәндә палатала Фәниә исемле иҫ киткес сибәр үҫмер ҡыҙҙы күреп ҡала. Уның күҙе насар күргән була. Күҙ тейгән, тиҙәр... Ҡунаҡҡа килгән ҡатын Фәниәнең матур зәңгәр күҙҙәрен күреү менән уға һоҡланып ҡарап тора. Иртәгәһенә ҡыҙының ике күҙе лә аҡ шекәрә менән ҡапланғанын күреп, әсәһенең ҡото оса... Палатала уны барыһы ла бик ныҡ ярата, айырыуса Рәфҡәттең әсәһе. Ҡыҙҙың эргәһенән үткәндә лә арҡаһынан һөймәйенсә үтеп китә алмай. Бына шулай итеп улар тәүге тапҡыр осраша. Оҙаҡламай, 7-се класты тамамлаған Рәфҡәт Күмертау ҡалаһына уҡырға китә. Арматурсы белгеслеген алған егетте Свердлов өлкәһенә эшкә йүнәлтәләр, шунан армияға алалар. Һәм ошо йылдар дауамында уның күҙ алдына хәҙер инде мәрхүм әсәһе менән бер палатала ятҡан зәңгәр күҙле ҡыҙ килеп баҫа.
Армиянан ҡайтҡас, ул уны эҙләп таба һәм Фәниә менән бер ҡасан да айырылмайҙар. Ҡыҙ сибәр генә түгел, аҡыллы, тәртипле, итәғәтле хужабикә лә була. Уға иҫ киткес ике ул һәм һылыу ҡыҙ бүләк итә.
Бер-береһенә оҡшап, ирле-ҡатынлы ғүмер буйына ең һыҙғанып, тырышып эшләй. Рәфҡәт Сәғиҙулла улы район төҙөлөш-монтаж идаралығында (РМСУ). Уның хеҙмәт стажы - 46 йыл. Хеҙмәттәштәре Исхаҡовты тыныс холҡо, һәр эште лә еренә еткереп, сифатлы башҡарғаны, тура һүҙле булғаны өсөн хөрмәт итәләр. Ә Фәниә Ханнан ҡыҙы оҙаҡ йылдар «Стәрле» колхозының кирбес заводында, урындағы икмәкхана заводында эшләй. Шунан хаҡлы ялға сыға.
Рәфҡәт ағай оҫта ҡуллы кеше. Уның оҫта ҡулдары менән төҙөлгән өй эргәһендә оҫтахана бар. Сөнки «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» тиелә халыҡ мәҡәлендә.
Фәниә апай ҙа тормош иптәшенә оҡшаған. Ул өйҙә уңайлы мөхит, таҙалыҡ, тәртип булдыра, тәмле аштар бешерә. Уларҙы ошо матур ваҡиға менән ҡотларға килгәндә, беҙ - ЗАГС бүлеге мөдире Роза Кәримова, уның ярҙамсыһы Ләйсән, «Ғаилә» район-ара үҙәктең бүлек мөдире Зөлфиә Ғиниәтуллина менән ғаилә уларҙыҡы кеүек татыу һәм ныҡлы булһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.
Рәфҡәт ағай былай тине: «Ғаилә мөнәсәбәттәрен асыҡларға ваҡыт ҡалмаһын өсөн бер туҡтауһыҙ тырышып эшләргә генә». Фәниә апай уға ҡарап йылмая: «Тормош иптәшеңде тәмле итеп ашатырға кәрәк. Рәфҡәт эштән борсолоп ҡайтҡан ваҡытта ҡыҙым Әлфиә яныма килә лә: «Әсәй, атайым эштән асыулы ҡайтҡан. Уның яратҡан ҡоймаҡтарын тиҙерәк бешер», ти торғайны. Шулай итеп гәүһәр туйға тиклем йәшәнек».
Бөгөн ирле-ҡатынлы Исхаҡовтарҙың биш ейәне һәм бер бүләһе бар. Улар тормоштарынан ҡәнәғәт.
- Ҡала шарттарында йәшәйбеҙ, хатта яҡшыраҡ та, - ти ғаилә башлығы. - Сөнки үҙебеҙҙең өйөбөҙ бар, тирә-яҡта урман, тәбиғәт матур. Улыбыҙ Радик һәм киленебеҙ Эльза ейәндәребеҙ менән даими ҡунаҡҡа киләләр. Улар бында, ауылда йәшәй. Беҙгә һәр йәһәттән ярҙам итәләр. Эльза ла Фәниә кеүек оҫта хужабикә. Йәйен тормош иптәше менән бергә өлкән улдары Фәрит ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Улар Нягань ҡалаһында йәшәй.
Исхаҡовтарҙың ҡыҙҙары Әлфиә сирләп, ғүмере сәскә атҡан ғына ваҡытта яҡты донъя менән хушлаша. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар, йәш саҡтағы кеүек үк, эшһеҙ ултырмай, йәйен ҡош-ҡорт аҫрай. Элек умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Рәфҡәт ағай был кәсепкә өлкән ейәнен өйрәтергә теләй, ул балды бик күп сирҙәрҙән һәйбәт дауа тип иҫпәләй.
Уларҙың өйөндә бик уңайлы, таҙа, матур. Юбилей хаҡына әҙерләнгән, һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдә, беҙ элекке республика Башлығы бүләк иткән махсус гравировкалы сынаяҡ йыйылмаһын күреп ҡалдыҡ. Быйыл ул күбәйҙе. Сәскә гөлләмәһе, иҫтәлекле открытка менән бергә Роза Нурулла ҡыҙы һәм Зөлфиә Фәрит ҡыҙы уларға бәхетле оҙон ғүмер, именлек теләп, хәҙер инде гәүһәр туйҙары менән ҡотлап, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтан тағы бер матур сәй йыйылмаһы бүләк итте.
Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
50, 60, 70 һәм 75 йыл бергә ғүмер иткән парҙар иғтибарына!
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 31 октябрендәге 398 һанлы ҡарары менән раҫланған «Башҡортостан Республикаһында 50, 60, 70 һәм 75 йыл никахта торғандарға хөрмәт күрһәтеү тураһында»ғы положениеға ярашлы, ЗАГС бүлегенә (йәшәү урыны буйынса ауыл Советтарына): ир менән ҡатынды юбилярҙар исемлегенә индереү тураһында ғариза; ир менән ҡатындың паспорттары күсермәләрен; никах тураһында таныҡлыҡ күсермәһен тапшырырға кәрәк. 2019 йылға ғаризаларҙы март аҙағына тиклем тапшырыуығыҙ һорала.
Стәрлебаш районы ЗАГС бүлеге.