Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Февраль 2019, 12:29

Әмир ауылынан Ғәйникамал инәй 105 йәшен билдәләне

Февраль уртаһында Әмир ауылында йәшәүсе Ғәйникамал инәй ғәҙәти булмаған юбилейын билдәләне. Уға 105 йәш тулды. Бөгөнгө көндә ул үҙ ауылында ғына түгел, хатта районда ла иң өлкән кешеләрҙең береһе.

Ғәйникамал 1914 йылда яҡты донъяға килә. Ике йәшендә әсәйһеҙ ҡала. Миникамал апаһы менән икеһен атайҙарының икенсе ҡатыны тәрбиәләп үҫтерә. Ата-әсәһенең ҙур хужалығында балалар хеҙмәт тәмен белеп үҫә. Ғәйникамал инәй балаларына һәм ейәндәренә бала һәм үҫмер сағы тураһында йыш һөйләй икән...

1930 йылда ул тормошҡа сыға. Хәләл ефете Ғәйнулла менән Таллыҡ ауылында йәшәй башлайҙар. Тәүҙә бер аҙ ваҡыт апаһы Миникамал ғаиләһендә йәшәйҙәр, һуңынан йорт һалып сығалар. 1941 йылда Ғәйнулланы әҙерләү курсына ебәрәләр. Ул тыуған яғына кире ҡайтмаҫын һиҙгән, күрәһең. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шулай була ла. Ҡыҙҙары Фәниә менән Рәмилә һәм атаһы армияға киткәндән һуң бер нисә айҙан тыуған улы Инсаф менән ҡалған Ғәйникамал ғаилә башлығын башҡа күрмәй. Бер нисә айҙан өйҙәренә Ғәйнулла Ғәлиев хәбәрһеҙ юғалған тигән ҡара ҡағыҙ килә. Йылдар үтә. Тормош дауам итә... Ғәйникамал Һиҙиәт ҡыҙы балаларын лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөнгө көндө уларҙың һәр береһенең үҙ ғаиләһе, үҙ донъяһы бар.

- Шул йылдарҙа һуғышҡа киткәндәрҙең күбеһе кире әйләнеп ҡайтманы, ҡайтҡандарының да сәләмәтлеге шәптән булмаған, - тип хәтерләй Инсаф Ғәйнулла улы. - Һуғыш осоронда һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа әсәйебеҙгә еңел булмаған, ул ҡатын-ҡыҙҙың ғына түгел, хатта ир-егет эшен дә башҡара. Тиҫтәләгән километр үтеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһына йәйәүләп барып ҡайта. Иҫән ҡалыр өсөн беҙ ниндәй генә үлән ашаманыҡ... Икмәкте бик һирәк күрә инек. Аслыҡ, яланғаслыҡ, иҫке кейем - быларҙың барыһы ла ҡот осҡос һуғыш эҙемтәһе.

Ғәйникамал инәй башҡа кейәүгә сыҡмай, Ғәйнуллаһын ҡайтыр тип өмөтләнеп көтә. Әммә мөғжизә булмай. Ул ғүмер буйына Инсаф улының ғаиләһендә йәшәй. Ул 38 йылдан ашыу физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй, РСФСРҙың мәғариф отличнигы була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә йыл элек ҡатыны мәрхүм була.

Бөгөнгө көндө йөҙйәшәр инәйҙең 11 ейән-ейәнсәре, 22 бүлә-бүләсәре, ете тыуасары бар. Уларҙың барыһын да исемләп белә, хәлдәрен һорашып тора...

Юбилей көнөндә Ғәйникамал инәйҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова ҡотларға килде. Ул инәйгә РФ Президенты В.В.Путиндың рәсми ҡотлауын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

- Тырыш хеҙмәтегеҙ, тәрән аҡылығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә, Ғәйникамал инәй, улығыҙ Инсафҡа һәм ейәнегеҙ Йәүҙәткә сәләмәтлек, именлек, бәхет һәм тик яҡшы хәбәрҙәр генә теләйем. Туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ, балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ һау-сәләмәт булһын. Бары тик шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына бүләк итһен, - тип теләне Альбина Әбүзәр ҡыҙы.

Шулай уҡ юбилярҙы Хәлекәй ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәрит Баһауетдинов та ҡотланы һәм бүләк тапшырҙы.

- Өләсәйебеҙ, ысынлап та, тәрән аҡыллы, изге күңелле кеше, - ти уның балалары, ейәндәре. - Ислам ҡанундары буйынса йәшәргә тырышты. Элегерәк биш тапҡыр намаҙ уҡый ине, бәләкәй саҡтан уҡ ураҙа тотто. Үҙе белгәндәрҙе башҡаларға ла өйрәтә, күпте белә.

- Инәй бер урында тик ултырырға өйрәнмәгән, һәр саҡ нимә менәндер шөғөлләнә. Хәҙер, оло йәштә булғанға күрә, күп ваҡытын өйҙә үткәрә. Ә элегерәк йыш ҡына тура юлдан урман аша Таллыҡтан Айҙарәле ауылына, шулай уҡ Стәрлебашҡа йәйәүләп барып ҡайта ине, - ти ейәнсәре Ләйсән.

Ғәйникамал инәй Ғәлиева һәр нимәлә һәм барыһына ла үрнәк булып тора, ул балаларының, ейәндәренең һәм бүләсәләренең ғорурлығы.

Оҙаҡ йәшәүҙең сере нимәлә? Ғ.Ғәлиеваның осрағында ул кешенең үҙенән тора, тирә-яҡтағыларға ниндәй мөнәсәбәттә булыуға бәйлелер, моғайын. Ябай ғүмер итергә, күп йөрөргә, тырышып эшләргә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, һәм тормошта бөтә хәл-шарттарҙа ла кешелекле булып ҡалырға кәрәк!

Гөлдәр ҒӘФИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: