Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Февраль 2019, 11:45

Иғлан ителмәгән һуғыш әрнеүе һәм хәтер

30 йыл элек илебеҙ тарихында туғыҙ йылдан ашыу ваҡытҡа һуҙылып, миллионлаған совет кешеһенең яҙмышын тамырынан үҙгәрткән һуғыш тамамланды. Афған һуғышы - ил тарихында, меңләгән әсә, һалдат йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра булып һаҡлана. Был йәһәттән сәйәси-фәлсәфәүи фекер йөрөтмәйек. Был мәсьәлә буйынса фекерҙәр бихисап. Әйҙәгеҙ, яҙмыш тарафынан ошо һынауҙарҙы лайыҡлы үткән ябай һалдаттарыбыҙҙы иҫкә алайыҡ. Һалдат - һалдат инде. Ҡайҙа бойоралар, шунда бара. Бына шуныһы иғтибарға лайыҡ - улар хәрби анттарына тоғро ҡалып, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ күрһәтеп һәм бер-береһенә иптәштәрсә ярҙамлашып, баш ҡала бойороҡтарын үтәйҙәр. Әйткәндәй, улар был турала бәлки уйлап та ҡарамағандыр. Егеттәр бары тик үҙҙәренең бурысын үтәй. Был турала һәр ваҡыт - бөгөн дә, киләсәктә лә оноторға ярамай.

1997 йылдың көҙө иҫтә. Бер ваҡыт редакция эше буйынса мин «Правда» колхозына барҙым. Иген һуҡтырыуҙа юғары күрһәткестәргә ирешкән комбайнсы Сергей Аверин менән осрашырға ине ниәт.

Новониколаевка (Гареевка) ауылына китеп барабыҙ. Авериндарҙың өйө ауыл уртаһынан ағып ятҡан йылғалағы күпер артында уҡ, ҡалҡыулыҡта урынлашҡан.

Күрәһең, Сергей беҙҙе тәҙрәнән күреп ҡалған. Сығып һаулыҡ һорашты. Машинаға күҙ ташлап, нимәлер тураһында уйлағас:

- Һеҙ район үҙәгенә бараһығыҙмы? - тип һораны.

- Эйе.

- Бик һәйбәт булды әле, - тип йылмайҙы ул.- Әгәр, беҙҙе алһағыҙ инде, әлбиттә... Күршем алып барырға вәғәҙә иткәйне, әммә уның машинаһы тоҡанмай.

- Ниндәйҙер эш килеп сыҡтымы, - тип ҡыҙыҡһындым мин.

- Нисек әйтергә икән. Минең ярҙамсым Сашаға тиҙҙән армияға. Егеткә хәрби комиссариатҡа барып ҡайтырға кәрәк. Уның менән миң дә барам, әхлаҡи яҡтан ярҙам итергә тигәндәй. Беҙ күргәндәрҙе уға һәм башҡаларға күрергә яҙмаһын тип кенә улайым...

Сергей:

- Һеҙ өйгә инегеҙ. Ә мин уға барып хәбәр итәйем. Хәҙер килеп етермен, - тине.

Ул, ысынлап та, тиҙ ҡайтты. Көндәлек эштәр тураһында һүҙ башланы. Һуңынан - производство эштәре тураһында әңгәмәләштек.

Ул 31 йәштә генә булһа ла күпте күргән. Шулай уҡ һөйләү генә түгел, хәтергә төшөрөү ҙә ауыр булған мәлдәре лә күп. Ул Афған һуғышы аша үткән. Танк командиры булған. Был һуғыштың нимә аңлатыуын һөйләп торорға кәрәкмәйҙер. Хис-тойғолар тураһында ла һөйләп булмай. Йәш егетте йөрәк әрнеше биләп ала. Бындай хәлдән тиҙ генә арынып булмай. Әммә ваҡыт, көндәлек эш барыбер дауалай. Бындай әйберҙәр тураһында, шул ваҡытта аңлауымса, Сергей бик күп һөйләргә яратмай.

Сашаның әсәһе Галина Николаевна эргәбеҙгә килде.

- Ә һеҙ беләһегеҙме, беҙҙең Сережаның Дан ордены бар, - тине ул.

- Афғанстан Демократик Республикаһының Дан ордены, - тип аныҡланы Сергей.

Һәм мин шунда ошо награданы уға Афғанстан Халыҡ-демократик партияһы Үҙәк Комитетының генераль секретары, республиканың Ревсовет рәйесе Бобрак Кармалдың үҙ ҡулдары менән тапшырыуын белдем. Ә уларҙың полк штабы начальнигы Ингушетияның буласаҡ президенты Руслан Яуышев була.

Район үҙәгендә беҙ Сергей менән йылы хушлаштыҡ. Ә быға тиклем ул шулай ҙа әрмеләге ауыр көндәр тураһында һөйләне, үҙе тураһында телгә алмайынса иптәштәренең батырлығына һоҡланды. Шул ваҡиғаларҙы 18-19 йәшлек меңдәрсә һалдат өсөн ҡурҡыныс төш кеүек һөйләне.

Был ҡайғылы Афған эпопеяһы, билдәле булыуынса, 1979 йылдың аҙағында, Афғанстанда граждандар һуғышы ҡайнағанда башлана. Шул ваҡыттағы СССР-ҙың сит ил эштәре министры А.Громыко хәтирәләрендә билдәләүенсә, быға тиклем бер йыл алдан дуҫлыҡ, үҙ-ара татыулыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында Совет-Афған килешеүенә ҡул ҡуйыла. Ошоға ярашлы, Афғанстан Хөкүмәте Афған халыҡ армияһына хәрби ярҙам күрһәтеү үтенесе менән Советтар Союзына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. Был үтенес оҙаҡ һәм ентекле уйланыла. Һуңынан, КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ошондай ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Көньяҡ сиктәрҙә терроризм хәүефе артыуы ла иҫәпкә алына.

Бында инеү ауыр булмай, ә бына сығыу бик ҡыйынға тура килә. Иғлан ителмәгән (һәм сер итеп һаҡланған) сит илдә барған һуғыш ун йылға яҡын һуҙыла. Ошо осорҙа Совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты составында 600 меңдән ашыу йәш егет һуғыша. Улар иҫәбендә 118 стәрлебашлы ла бар. Беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа ҡыйыулыҡ күрһәтә. Ә Урал Сәйфетдинов ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, Сергей Андреев, Илгиз Фәтҡуллин, Сәйетғәле Мөниров - Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, Рәфис Байморатов, Илгиз Зәбиров, Фаил Латипов, Шамил Сәлихов, Анатолий Свигачев, Илһам Фәрхшатов, Наил Шәймәрҙәнов - «Батырлыҡ өсөн» һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.

- Ярты йыл хеҙмәт иткәс беҙҙе Үзбәкстандағы Термез ҡалаһына ебәрҙеләр, - тип хәтерләне Стәрлебаш ауылынан Минияр Килдеғужин (әле мәрхүм). - Тәүҙә беҙҙе бында ни өсөн алып килгәндәрен аңламаныҡ. Ике көндән барыһы ла асыҡланды, быға тиклем Афғанстан сигендәге Амударья йылғаһы аръяғында нимә булғанын күҙ алдына ла килтермәй инек. Яңы йыл алдынан беҙҙең полкты самолеттар менән Ҡабулға осорҙолар. Беҙ тәүҙә ҡайһы бер объекттарҙы һаҡланыҡ. Һуңынан хәрби операцияларҙа ла ҡатнаштыҡ. Шуларҙың береһендә мин контузия алдым.

Илгиз Зәбировҡа (ул хәҙер Баҡый ауылында йәшәй) 1986 йылдың апрелендә ярты ай ғына хеҙмәт итергә ҡала.

- Һәм бер ваҡыт Кундуздан Кишимға тиклем мамыҡ орлоҡтары һәм аҙыҡ-түлек тейәлгән автомашиналар колоннаһын оҙатып барырға тигән бойороҡ булды, - тип һөйләй ул. - Беҙҙекеләрҙең дә, афғандарҙың да машиналары күп ине. Тирә-яҡта тауҙар. КамАЗдарҙың береһе ошондай ҡот осҡос туҙанда яңылыш икенсе яҡҡа боролдо. Күпмелер ваҡыттан водитель һәм уның иптәштәре быны аңлап ҡалды, әммә һуң ине. Дошмандар күреп ҡала. Колоннала бер машина етмәгәнен белгәс, шунда уҡ тревога күтәрҙек. Төркөмдәрҙең береһе ярҙамға китте. Беҙ ваҡытында өлгөрҙөк. Тағы бер аҙ һуңлаһаҡ мәйеттәрҙе йыйып алырға тура килер ине. Дөйөм алғанда, йыл ярымда Илгиз Зәбировҡа 24 хәрби операцияла ҡатнашырға тура килә.

Рим Аллағолов, Фәйез Акиков, Рим Мөкминов, Фәрит Кинйәбуҙов, Рәмил Солтанов, Фәим Батталов, Ғәләмнур Туҡтамышев, Рәмил Бикмөхәмәтов, Әнфир Атанғолов, Фәнил Вәлиев, Илфат Ишембәтов, Иршат Сәмерханов, Айрат Әхмәтвәлиев, Илмир Хәбибуллин да шулай уҡ ауыр һынауҙар аша үтә.

Афғанстанда хәл-торош көсөргәнешле була. 80-се йылдар уртаһында ил территорияһының яҡынса 70 процентын оппозиция контролдә тота. Совет ғәскәрҙәре лә, Афғанстан хөкүмәтенә ҡаршы оппозиция көстәре лә ҙур юғалтыуҙар кисерә. Мәҫәлән, 1985 йылда ғына беҙҙең 2343 һалдат һәм офицер, шул иҫәптән Башҡортостандан 48 яҡташыбыҙ һәләк була.

Хәрби хәрәкәттәрҙә Басир Байморатов та (әле мәрхүм) ҡатнаша. Ҡасандыр ул Афғанстанда күпте күрҙем, тип һөйләй торғайны. Шундай эпизод була. Бер мәл улар һуғышта бер төркөм «дух»тарҙы атакаға тоторға уйлай, әммә беҙҙекеләрҙән айырылып ҡалалар. Улар йәнә алға ташлана һәм алдарында ҡот осҡос күренеш хасил була - айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән мыҫҡыл ителгән иптәштәренең үле кәүҙәләрен күрәләр. Береһенең тиреһен һыҙырғандар, башҡаларының эсен ярғандар, баштары, ҡулдары йәки аяҡтары юҡ. Был «дух»тарҙың эше.

Сергеевка утарында тыуып үҫкән Азамат Буранғолов (бер нисә йыл элек ул ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсенде) Кандагарҙа водитель булып хеҙмәт иткән. Снарядтар, башҡа хәрби припастар, шулай уҡ дарыу, аҙыҡ-түлек ташый. Ҡайһы саҡ «Йөк-200»ҙө лә алып ҡайтырға тура килә.

Рим Аллағолов бөгөн Айтуған ауылында йәшәй. Афғанстанда аэродромдарҙың береһендә хеҙмәт итә. Уларҙың хәрби часы ошо объектты һаҡлай. Йыш ҡына һөжүм иткән дошмандарҙың атакаларына ҡаршы тороу ауыр була, сөнки «дух»тар һәр һуҡмаҡты, тарлауыҡты белә. Уның да байтаҡ иптәштәре күҙ алдында һәләк була.

Афғанстанда хеҙмәт иткән бер танышым (ул Салауат ҡалаһында йәшәй) ике йыл элек минең менән шундай фекерҙәре менән уртаҡлашты.

- Бөгөн ул һуғышты төрлөсә атайҙар, - тине ул. - Әммә беҙгә тыуған илебеҙ: «Шулай кәрәк!» тине. Эйе, ул илдә беҙҙе илбаҫарҙар тип атанылар. Һәм дөрөҫөн генә әйтәм: беҙгә ҡаршы һуғышҡанда, бандаларҙың бер үк ваҡытта үҙ-ара һыйышмауы ла беҙҙең өсөн һәйбәт булды. Улар берләшһә - беҙ һуғышты күпкә иртәрәк тамамлар инек. Мин «еңелер инек» тип түгел, ә «тамамлар инек» тип әйтәм. Был ҡан ҡойошта еңеүселәр булманы. Меңләгән һалдат бер ғәйепһеҙгә һәләк булды, яралылар тағын да күберәк, ә армиянан ҡайтҡас сирләгәндәр күпме?

Әммә йәнә үткәндәргә ҡайтайыҡ. 1988 йылда, Афғанстан проблемаһы хәрби ысулдар менән хәл итеүҙең перспективаһыҙлығы ныҡлы аңлашыла - был ысулдар хәл-торошто тағы ла ҡатмарлаштырып, тағы меңдәрсә йәш егеттәрҙең һәләк булыуына килтерер ине. Афғанстандың Ревсоветы тарафынан милли килешеү тураһында Декларация ҡабул ителә, ә Женева ҡалаһында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ярҙамында низағты көйләү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Билдәле сәйәсмәндәр билдәләүенсә, был ҡарарҙы Афғанстандағы хәрби хеҙмәткәрҙәр шатланып ҡабул итә. Сөнки тап ошо һалдаттар һәм офицерҙар, аңлашылмаған һуғыштан арып, һуғышты бөтөрөү яҡлы була.

Ғәскәрҙәр Афғанстандан планлы тәртиптә, 1989 йылдың 15 апрелендә һуңғы подразделение, ә уның менән 40-сы армия командующийы генерал-полковник Борис Громов ошо ил территорияһынан сыға.

Афған һуғышы өс тиҫтә йыл элек тамамланған булһа ла, тотош ил буйынса шул ваҡыттағы меңдәрсә һалдаттар (шул иҫәптән беҙҙең райондан) бер ваҡытта ла 18-19 йәштән өлкәнәймәйәсәк егеттәрҙе, өйҙәренә тыуған иленең томанлы ярҙарына һоҡланып БТР ҡыйығында түгел, ә «Йөк-200»ҙә ҡайтҡан яугирҙәрҙе исемләп хәтерләр тип уйлайым. Был һуғышта 15 меңгә яҡын һалдат һәм офицер һәләк була, шул иҫәптән Стәрлебаш районынан дүрт яҡташыбыҙ - Наил Рәжәпов (Түбәнге Аллағыуат), Вячеслав Макаров (Тәтербаш), Райфар Кашапов (Йәшергән), Азамат Байморатов (Йомағужа) бар. Һәләк булғандан һуң улар орден менән бүләкләнә.

Уларға мәңгелек дан. Афғанстандың ҡомло юлдары һәм ҡаялары беҙҙең ҡарлы райондан бик алыҫ. Әммә унда булған, ошо ауыр алыштарҙы кисергән һалдаттарҙың ул һаман күҙ алдында торалыр, моғайын.

... Ҡасандыр йәш «шурави»ҙар күптән ир ҡорона инеп, ғаилә ҡорғандыр, яҙмышы Чечняға бәйле малайҙар ҙа үҫеп буй еткерҙе. Ул беҙҙең һалдаттарыбыҙ өсөн һуңғы «ҡыҙыу нөктә» булһын.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН. Фотолар ғаилә альбомдарынан.
Читайте нас: