Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Февраль 2019, 13:30

Райондың мәҙәни тормошо

Кәңәшмәлә уңыштар һәм проблемалар тураһында һөйләштеләр Күптән түгел мәҙәниәт учреждениелары, китапханалар, музей, Балалар сәнғәт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре, традицияға ярашлы, йыл һайын үткәрелеүсе осрашыуға йыйылып, уҙған йылға мәҙәни учреждениелар эшенә ентекле анализ яһаны, ағымдағы йылға пландары менән уртаҡлашты. Кәңәшмә эшендә шулай уҡ район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, социаль мәсьәләләр буйынса уның урынбаҫары А.Ә.Суфьянова, район Советы рәйесе урынбаҫары Г.А.Хөсәйенова, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

2018 йылда мәҙәни учреждениеларҙың эше тураһында мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева һөйләне. Уҙған йылда программалар (урындағы башланғыстарға ярҙам прогарммаһы, «Ысын эштәр» һ.б.) һәм субсидиялар ярҙамында алты ауыл мәҙәниәт йортонда, район тыуған яҡты өйрәнеү музейында ремонт эштәре башҡарылған. Балалар сәнғәт мәктәбендә, район биләмә-ара китапханаһында тәҙрәләр алмаштырғандар. Әлеге көндә Йәлембәт ауыл мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре бара. Мәҙәниәт йорттарын аппаратура, музыка ҡоралдары, сәхнә костюмдары менән йыһазландырыу буйынса эштәр алып барыла. Бынан тыш, биналарҙың йылытыу системаһы камиллаштырыла, электр ҡорамалдары яңыртыла, был иһә йыл һайын 100 мең һум аҡса экономияларға мөмкинлек бирә. Ете газ ҡаҙаны әлеге көндә диспетчерлаштырыуға күсерелгән.

Рәйфә Хисаметдин ҡыҙы шулай уҡ үткәрелгән бик күп саралар һанын да билдәләп үтте, зона, төбәк конкурстарында ҡатнашҡан халыҡ ижады коллективтарын һәм айырым ҡатнашыусылар исемдәренә туҡталды.

Мәҙәниәт учреждениелары эштәрен социаль селтәрҙәрҙә әүҙемләштерҙе, унда даими рәүештә ойоштороусылар тарафынан үткәрелгән саралар яҡтыртыла. Шулай уҡ Р.Ғәлиева ағымдағы йылға пландары, мәҙәниәт бүлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында һөйләне.

Артабан Ҡуғанаҡбаш ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Әҡлимә Вилданова һәм Өсөгән-Әсән ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы Миләүшә Сабитова урындарҙа башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.

Китапханалар эшмәкәрлеге тураһында район биләмә-ара китапханаһы директоры Рабиға Нәҙершина, Стәрлебаш тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшмәкәрлеге тураһында Зөлхизә Әсәҙуллина һөйләне. Уҙған йыл Балалар ижад йорто коллективы өсөн дә уңышлы булған. Уның тәрбиәләнеүселәре төрлө конкурстарҙа, проекттарҙа, фестивалдәрҙә лауреат һәм еңеүсе булған, был турала Балалар ижад йорто директоры Гөлдәр Ҡаҙаҡбаева ентекле һөйләне. Докладта хәл итеүҙе талап иткән проблемалар ҙа билдәләнде.

Йыйылыусылар алдында сығыш яһағанда, район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров артабан да эш сифатын яҡшыртырға, саралар үткәреүҙең яңы формаларын эҙләргә, йәштәрҙе хеҙмәт коллективтарына йәлеп итергә кәрәклеген билдәләне.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова «Мәҙәниәт» тип аталған милли проект сиктәрендә, иғтибарҙы мәҙәниәт объекттарына ҡарата төп талаптарға йүнәлтте. Проект 2019 йылдан 2024 йылға тиклем эшләйәсәк. Әлеге проект - бихисап проблемаларҙы хәл итеү өсөн финанс йәһәттән һәйбәт мөмкинлек. Альбина Әбүзәр ҡыҙы шулай уҡ әүҙем булырға, ағымдағы йылда әһәмиәтле даталарҙы - башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығын, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын юғары кимәлдә билдәләргә, Театр йылына арналған саралар үткәрергә тәҡдим итте. Бер һүҙ менән әйткәндә, бер урында тормаҫҡа, ә билдәләнгән пландарҙы бойомға ашырырға, райондың мәҙәни тормошон сағыу һәм эстәлекле итергә кәрәк.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.


Читайте нас: