Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Февраль 2019, 11:05

Үҫеш стратегияһын бергәләп булдырайыҡ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы»н булдырыуҙа ҡатнашырға саҡыра«Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» проектын халҡыбыҙҙың оло йыйыны - V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына өлгөртөү мөһим. Ул ағымдағы юбилей йылында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы уңайынан үткәрелә.

Хөрмәтле йәмәғәт! Милләтебеҙҙең киләсәген 20 йәки 50 йылдан һуң нисек күҙаллайһығыҙ? Халыҡ иҫәбе артырмы, йә иһә кәмерме? Туған телебеҙҙә һөйләшеүселәр һаны менән нисек булыр?

Быуаттар үткәс тә башҡорт милләте булараҡ һаҡланып ҡалыу өсөн бөгөндән үк ең һыҙғанып тотонайыҡ! «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы»н бергәләп төҙөйөк! Милләтебеҙ киләсәге үҙебеҙҙең ҡулда.

Документтың нигеҙен тәшкил итергә тейешле төп элементтарҙы, уның маҡсаттарын, шулай уҡ төҙөлөш механизмын эксперттар менән берлектә ябай халыҡ та билдәләй ала.

Халыҡтан тәҡдимдәрҙе йыйыу, милләт киләсәген хәл итәсәк документты бергәләп төҙөү өсөн махсус сайт асылды: http://strategy.bashkort.org/. Унда Стратегия һәм уның проектын эшләү барышы тураһында мәғлүмәт ҡуйылған.

Тәҡдимдәрегеҙҙе сайтҡа үҙегеҙ индерәһегеҙ. Уй-фекерҙәрегеҙҙе шулай уҡ Ҡоролтайҙың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми битендә (https://vk.com/ik_vkb) ҡалдырырға мөмкин.
Читайте нас: