Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Февраль 2019, 11:02

Ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтте

Шаршамбы, 6 февралдә, Тәтер-Арыҫлан ауыл мәҙәниәт йортоноң тамаша залы тулы булды тип әйтергә мөмкин. Ауыл халҡы район хакимиәте башлығы, ойошмалар, учреждениелар етәкселәре менән осрашыуға килде.

Тәүҙә ауыл биләмәһе территорияһында эштәр торошо менән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлихйән Ғүмәров таныштырҙы. Демография, башҡа ерҙәрҙәге кеүек үк, яҡынса бер төрлө. Йорт һаны - 439, шуларҙың 87һе буш тора. 858 кешенең 285е пенсионер, был 33% тәшкил итә. Уҙған йылда 20 кеше мәрхүм булған, ете бала тыуған. Мәктәптә 124 уҡыусы белем ала, шуларҙың 44е Айҙарәле ауылынан. Урындағы балалар баҡсаһына 30 бала йөрөй.

Килеп тыуған проблемалар хәл ителә. Мәҫәлән, Тәтер-Арыҫлан ауылында республика программаһы ярҙамы менән районда тәүгеләрҙән булып һыу үткәргес торбаһы һалынған (7 км тирәһе), проектты һәм смета документацияһын әҙерләүҙә финанс йәһәттән ауыл халҡы ярҙам иткән. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып, көнүҙәк проблемалар хәл ителә. Ауыл халҡы һәр ваҡыт урындағы власть инициативаһын хуплай, бының өсөн С.С.Ғүмәров уларға рәхмәт белдерҙе.

Район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровҡа тәтер-арыҫландар һорауҙарын уның сығышы ваҡытында уҡ бирә алды. Ә улар аҙ булманы һәм тормоштоң төрлө яғына ла - «Арыҫлан» йәмғиәте яҙмышына, урамдарға асфальт түшәү, ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау, медицина хеҙмәткәрҙәре кадрҙары, иҫке, буш торған биналарҙы рәсмиләштереү, сүп-сар йыйыу һ.б. мәсьәләләренә ҡағылды.

Уларҙың күбеһе район, ауыл биләмәһе етәкселегенә яҡшы таныш. Шуға күрә ҡайһы берҙәренең ҡарары менән эштәр алып барыла. Урамға асфальт бер нисә этапта, ағымдағы йылда - 600 метрлы участкала түшәләсәк. Ауыл табиплыҡ амбулаторияһын кәрәкле кадрҙар менән комплектлау һәм «Ашығыс ярҙам» автомашинаһын яңыртыу эше алып барыла. Сүп-сар йыйыу өсөн контейнерҙар ауыл урамдарына ағымдағы йылдың сентябренә тиклем ҡуйыласаҡ, ә әлегә ҡапсыҡтар ҡулланырға тура килә. Автобустар ауылға инә алһын өсөн кешеләр йөрөткән тейешле маршрут адрестарына район хакимиәте хаттары йүнәлтеләсәк. Ә янғынға ҡаршы һаҡ мәсьәләһе күтәрелгәндә, Фәнүр Зөфәр улы урындағы хакимиәткә - 1 апрелгә тиклем янғын һүндереү цистернаһы өсөн йылы туҡталыу урыны буйынса мәсьәләне хәл итергә бойорҙо.

Ауыл халҡының, ысынлап та, һорауҙары бик күп булды. Шул уҡ ваҡытта бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалманы. Шуныһы ла билдәле - әгәр берәүҙәр теге йәки был мәсьәләне хәл итер өсөн бик ҙур тырышлыҡ һәм сығымдар һалмаһа, башҡалар ҙа ҙур финанс һәм тәғәйен ваҡыт талап итәсәк.

Үҙ хәбәрсебеҙ. Автор фотоһы.


Читайте нас: