Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Февраль 2019, 13:06

Юлиәнең сираттағы еңеүе!

Конкурстарға, саралараға һәм күргәҙмәләргә бай 2018 йыл тамамланды. Был Балалар ижад йортоноң «Многоцветье» берләшмәһе (педагог Л.Г.Хәкимова) тәрбиәләнеүсеһе Юлиә Аҡсулпанова өсөн тағы ла уңышлы йыл булды. Район конкурсында беренсе, республика ситтән тороп ҡатнашыу этабында - икенсе урын яулап, ул уҡыусылар араһында дәүләт һәм төбәк символдарын һәм Рәсәй Федерацияһы атрибуттарын белеүҙә икенсе тапҡыр Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау этабында ҡатнашырға саҡырылды.

Конкурстың маҡсаты - балаларҙа һәм йәштәрҙә патриотизм һәм гражданлыҡ хис-тойғоһо тәрбиәләү. Унда Башҡортостан, Ҡалмыҡ, Коми Республикаларынан, Алтай һәм Краснояр крайҙарынан, Белгород, Липецк, Мәскәү, Псков, Ростов һәм Свердлов өлкәләренән тыуған яғын өйрәнеүсе 65 малай һәм ҡыҙ һәм уларҙың педагог-тәрбиәселәре ҡатнашты.

Беҙҙең республиканы Октябрьский ҡалаһынан, Мәсәғүт һәм Стәрлебаш ауылдарынан биш уҡыусынан торған делегация күрһәтте.

Тантаналы асыуҙа Юлиә Мостай Кәримдең «Рус түгелмен, ләкин россиян мин» тигән шиғырын матур итеп һөйләне.

Дүрт көн дауамында балалар дуҫлыҡ кистәрендә ҡатнашты, ғалимдар, геральдсылар (герб белгестәре), тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашыусылар менән осрашты. Юлиә Рәсәй заманса тарих музейында, Бөтә Рәсәй һынлы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ ижады музейында, Дәүләт тарих музейында булды.

Конкурстың төп өлөшөндә ул «Һынлы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте» номинацияһында ҡатнашты. «Һыуыҡ» батик техникаһында башҡарылған үҙенең «Донъяла иң ҡунаҡсыл ил!» тип аталған эшен лайыҡлы яҡланы, мастер-класс күрһәтте һәм икенсе урын яуланы. Һәм бүләккә ул йәнә - икенсе тапҡыр Ҡара диңгеҙгә, «Орленок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә барыу бәхетенә эйә булды.

Бик ҡәнәғәт, илһамланған һәм тәьҫирләнгән Юлиә өйөнә ҡайтты. Киләсәккә уның яңы пландары һәм идеялары бихисап. Уға уңыштар теләйбеҙ.Лилиә ХӘКИМОВА,

Балалар ижад йортоноң юғары категориялы өҫтәмә белем биреү педагогы.
Читайте нас: