Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Февраль 2019, 12:56

Тәүге фекерҙәр

Мәғариф өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр күҙаллана. Быны 1 февралдә «Торатау» Конгресс-холында үткән «Ҡанатлан» Беренсе мәктәп мәғарифы форумы дәлилләне. Унда ошо өлкәлә булған бихисап проблемалар, уларҙы хәл итеү ысулдары һәм бурыстар тураһында һөйләнеләр, улар өлкән класс уҡыусыларын оло тормош юлына сығарғанда төрлө яҡлап һөҙөмтәле әҙерләү өсөн булышлыҡ итергә тейеш.

«Беҙҙең балалар мәктәпте тамамлағанда оло тормошҡа бер ни тиклем әҙерлек менән сығырға тейеш. Шуға ла сығарылыш синыф уҡыусыларына айырым компетенциялар буйынса һөнәр үҙләштерергә мөмкинлек бирергә кәрәк», тип билдәләне сығышында республика етәксеһе Радий Хәбиров. Һәм бының өсөн нимә эшләргә кәрәклеген әйтеп ишеттерҙе. Мәғариф системаһының иң яҡшы вәкилдәрен йыйған форумда стәрлебаштар ҙа: район мәғариф бүлеге начальнигы Миңләхмәт Кәримов һәм район үҙәгенең 1-се һәм 2-се, шулай уҡ Тәтер-Арыҫлан, Буҙат һәм Йәлембәт урта мәктәптәре директорҙары ҡатнашты. Беҙ уларҙың икеһенең ишетелгәндәре һәм күргәндәренән беҙҙең менен уртаҡлашыуҙарын һораныҡ.

Рәсүл МИРХӘЙҘӘРОВ, 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе директоры.

- Тәүге тапҡыр көнкүҙәк проблемалар тураһында фекер алышыр өсөн шундай күләмдә директорҙарҙы - туранан-тура, урындарҙа, бихисап мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнгән, әлеге өлкәлә барлыҡ үҙгәрештәргә бәйле булған кешеләрҙе йыйҙылар.

Ысынлап та, күптән борсоған проблемалар тураһында һөйләнеләр. Бының өсөн ун дискуссия майҙансығы эшләне. Мин балалар хәүефһеҙлеге (балаларҙы хәүефһеҙ йөрөтөү, терроризмға ҡаршы эшмәкәрлек һ.б.) майҙансығында ҡатнаштым. Һәм беҙҙе ишеттеләр, шикелле.

Мәҫәлән, биш көнлөк уҡыуға күсеүҙе алайыҡ. Беҙ был турала ата-әсәләр менән уҙған йылдың ноябрь айында уҡ әңгәмәләштек. Шуларҙың 95% әлеге ҡарарҙы хупланы. Ә уны республика кимәлендә иғлан итеү беҙҙең бурысты еңеләйтәсәк кенә. Беҙҙең төбәк етәксеһенең ҡалған тәҡдимдәре менән дә тулыһынса килешәм. «Иркен аралаш» тигән модуль балаларға инглиз телен үҙләштереү, «Рулгә ултыр» тип аталғаны мәктәптә үк водитель таныҡлығы алыу мөмкинлеге, сәләмәт йәшәү рәүеше, шахмат уйнай белеү, һис шикһеҙ, балаларға тормошта кәрәк буласаҡ. Ә уҡыусыларҙы вальс бейергә беҙ күптән өйрәтәбеҙ инде. Беҙҙең «Пленяет вихрь бальный» тип аталған бал кисәләре ата-әсәләргә лә, шулай уҡ балаларға ла яҡшы таныш һәм уны барыһы ла яратып өлгөрҙө.

Һәм тағы ла мәктәптәрҙә таҙалыҡ, балалар туҡланыуы өсөн яуаплы клининг компаниялары эшенә, тотош алғанда, беҙҙең осраҡта мәктәптәрҙә балаларҙы туҡландырыу буйынса аутсорсинг системаһына иғтибар итһендәр ине. Улар килеү менән барыһы ла үҙгәрҙе һәм яҡшы яҡҡа тип әйтә алмайым. Персоналды ҡыҫҡарттылар, ә эш күләме һәм хеҙмәт хаҡы шул уҡ тороп ҡалды. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек сифаты ла шәптән түгел...

Форумдан беҙ әйтелгәндәрҙең барыһы ла тормошҡа ашыр, ошоларға булышлыҡ итерҙәй тейешле документтар ҡабул итерҙәр, тигән ышаныс менән ҡайттыҡ.

Рафаэль МИНИЯРОВ, Буҙат урта мәктәбе директоры.

- Форумда әйтелгәндәрҙең барыһы ла бойомға ашһын ине. Миндә, айырыуса, ауыл уҡытыусыларына ярҙам итеү тураһында мәғлүмәт яҡшы ҡараш тыуҙырҙы. Һуңғы йылдарҙа юғары педагогия уҡыу йорттарын тамамлаусылар алыҫ ауылдарҙағы ауыл мәктәптәренә эшкә килергә ашҡынмауы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Мәктәптәр йән башына ҡарап финанслауға күскәс, бик күп вазифалар ҡыҫҡартылды. Һәм беҙгә, директорҙарға, мәҫәлән, юлға сығыр алдынан мәктәп автобустарын хәүефһеҙлеккә тикшерергә йөкмәттеләр. Әммә мин педагог, ә механик түгел. Шулай уҡ бер юлы электрсы ла, хужалыҡ эштәре мөдире лә һ.б. Шуға күрә, Р.Хәбировтың йән башына ҡарап финанслауҙан баш тартыу тигән һүҙҙәрен ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡабул иттем. Сөнки уҡытыусы уҡытырға, директор - уҡыу процесын дөрөҫ ойошторорға һәм бының өсөн уңайлы шарттар булдырырға, электрсы - электр ҡорамалдарын ҡарап-тоторға тейеш тип иҫәпләйем. Йәғни, һәр кем үҙ урынында булырға тейеш.

Уның сығышының башҡа пункттары менән дә килешәм. Биш көнлөк уҡыуға беҙ бер нисә йыл элек күстек. Уҡыусыларыбыҙ шахмат та уйнарға өйрәнә. Был йәһәттән уларға тарих уҡытыусыһы, һәйбәт шахматсы Альбина Айыуҡасова ярҙам итә. Машина йөрөтөргә лә, инглиз телен дә һөйләшергә өйрәнә башларбыҙ, тип ышанам. Әйткәндәй, элегерәк мәктәптәрҙә тракторсы һөнәренә уҡытыу бар ине, хәҙер уны тергеҙергә кәрәк.

Мин Интернет аша элек Радий Хәбиров эшләгән Красногорск ҡалаһы халҡы яҙған хәбәрҙәрҙе уҡып барам. Уларҙың баһалары буйынса ул унда бик күп яҡшы эш башҡарған. Әйткән һүҙендә тора, тип яҙалар. Әгәр нимәлер вәғәҙә итә икән, кисекмәҫтән шуны бойомға ашыра. Тимәк, ул үҙ һүҙендә тора белә. Башҡортостан халҡы яңы Башлыҡтан уңды, тип иҫәпләйем. Һәм был киләсәккә ышаныс һәм өмөт өҫтәй.


Читайте нас: