Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Февраль 2019, 12:10

Район халҡын нимә борсой???

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика, шул иҫәптән беҙҙең район халҡы, борсоған мәсьәләләрен хәл итер өсөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Ф.Хәбировҡа, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итә ала. Бөгөн беҙ Р.Ф.Хәбировҡа һәм Ф.З.Туҡтаровҡа Стәрлебаш районы халҡының бер нисә мөрәжәғәтен баҫтырабыҙ.

Һорау: «Яңы Ҡалҡаш ауылында йәйәүлеләр юлы ҡарҙан таҙартылмай. Балалар мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына машина йөрөгән юлдан бара. Был бик уңайһыҙ һәм хәүефле, сөнки транспорт күп хәрәкәт итә, авторгейдерҙар ҙа ҙур тиҙлектә йөрөй».

Яуап: «Әлеге ваҡытта тротуарҙы таҙартып булмай - яҙын юл ҡатламы емерелеү сәбәпле, авариялы участка барлыҡҡа килде. Уны 2019 йылдың II кварталында ремонтлау планлаштырыла. Ауыл халҡы ла йыйылышта тротуарҙы таҙартмаҫҡа тигән ҡарарға килде - бульдозер эттергән ваҡытта өй алды территорияларына ҡар өйөлөп, көрт барлыҡҡа киләсәк. Ә автомобиль трассаһы ваҡытында, иртәнге сәғәт алтынан ҡарҙан таҙартыла, ауыл урамдары фонарь менән яҡтыртыла».

Һорау: «Булаж ауылында (район үҙәгенән 10 км алыҫлыҡта) газ, Интернет һәм автобус хәрәкәте юҡ».

Яуап: «Юғарыла атап үтелгән проблемаларҙы хәл итеү өсөн район хакимиәте тарафынан тейешле ойошмаларға: газ үткәреү буйынса - «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәтенең Салауат ҡалаһындағы филиалына, Интернет һәм IP-телевидение үткәреү буйынса - «Башинформсвязь» йәмғиәтенең Стәрлебаш линия-техник цехына, «Стәрлетамаҡ-Булаж» автобус хәрәкәтен яңынан башлау буйынса - БР «Башкиравтотранс» предприятиеһына рәсми хаттар ебәрелде».

Һорауҙарға район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ильяс Ибәтуллин яуап бирҙе.

Читайте нас: