Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Февраль 2019, 13:13

Һәр хәлдә лә кешелекле булырға кәрәк!

«Кеше булыу ҡыйын түгел, кешелекле булыу ауыр» - тип яҙған ҡаҙаҡ шағиры Абай Ҡонанбаев. Кешелеклек төшөнсәһе - вайымлы, ихтирамлы, әҙәпле булыу тигән һүҙҙәрҙе үҙ эсенә алған. Бөгөн беҙ етеш тормошта йәшәйбеҙ, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһына ла кәрәк ошо сифат юғалып бара.

Мин ғүмерем буйына Киров исемендәге колхозда машина йөрөтөүсе булып, шуның 33 йылын тынғыһыҙ, алһыҙ-ялһыҙ һөт ташыу машинаһында эшләнем. Хәҙер инде 15 йыл хаҡлы ялдамын. Беҙ, һуғыш осоро балалары, донъяның әсәһен аҙ татыманыҡ. Әммә бер ҙә зарланманыҡ, эштән ләззәт алып тыуған колхоз, ауылыбыҙ данын, абруйын күтәрергә тырыштыҡ, бер-беребеҙгә ихтирамлы, ярҙамсыл, хөрмәтле булдыҡ. Быуындарыбыҙ ҙа нығынып етмәй йәй көндәрендә ер һөрҙөк, иген урҙыҡ. Шуныһы хәтеремдә: мәктәптәрҙә һәр класта утын яғып йылытыла торған кирбес мейестәр, каникул ваҡытында урман киҫеп, хеҙмәт дәрестәрендә ҡул бысҡыһы менән ағас бысып, ярып, утынды өйөп ҡуя торғайныҡ. Сумкабыҙға бер телем икмәк һалып йөрөнөк, ҡайҙа инде ул хәҙерге мәктәптәрҙәге кеүек ашатыу. Хәҙерге заман балаларының компьютерҙан айырылмай, Интернеттан төрлө нимәгә өйрәнеүҙәре йәнде көйҙөрә.Шул компьютер арҡаһында хәҙерге балалар беҙ уйнаған бер уйынды ла белмәй. Элек ҡыш сана, саңғы эҙенән тау баштары сып-сыбар була торғайны. Өҫтөбөҙҙә бушлат, аяғыбыҙҙа төплө быйма ине, әммә күңелебеҙ көр ине. Сынығып, эшләп үҫтек. Ә хәҙер уҡыусыларға яҙыу таҡтаһын һөртөргә ярамай икән. Мәктәптәрҙә элек балалар өсөн тәрбиәүи эш алып барған пионер, комсомол ойошмаларының юҡҡа сығыуы бик йәл.

Замана ла, кешеләр ҙә үҙгәрә, әммә кире яҡҡа. Элек кешеләр бер-береһенә ихтирамлы, иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Үҙем компьютерҙың нимә икәнен белмәйем. Яңыраҡ балаларым ҡайтып, кемдеңдер республика башлығына Яңы Ҡалҡаш ауылында ҡышын тротуар ҡарҙан таҙартылмай, тип яҙғанын аптырап һөйләнеләр. Исем-фамилияһын ҡуймаған, ҡурҡҡас ниңә яҙа икән ул кеше. Ни өсөн, тәү сиратта, ауыл Советына бармай икән ул мәсьәлә буйынса. Балаларым шул кешенең яҙғанын уҡып ишеттергәс, әсенеп һөйләгәндәремде киленемә аҡ ҡағыҙға яҙыуын үтендем. Элек бит колхозда унар бульдозер, яғыулыҡ-майлау материалдарының иҫәбе булмаһа ла урамдарҙы таҙартыу юҡ ине, кәзә һымаҡ һуҡмаҡ һалып, дөм ҡараңғы урамда ихата баштарынан йөрөһәләр ҙә бер кем дә зарланманы, ялыу яҙманы. Хәҙер йәштәр белемле булыуҙарын күрһәтәләрме, тыуған ауылына бер ниндәй файҙа килтермәгән, бигерәк тә ситтән килгәндәр донъя бутап ята, ғәрлек, кешелекһеҙлек.

Бына бер нисә йыл дауамында шәхси эшҡыуар Рөстәм Әхмәтов ҡышын беҙҙең ауылдарҙың урамдарын ҡарҙан таҙарта. Бер мәл уның менән һөйләшеп торорға тура килде. Ул да асыуы ҡайнап һөйләне, юҡ ҡына мәсьәлә менән МЧСҡа, ауыл Советы һәм район етәкеселегенә шылтыраталар, Өфө менән ҡурҡыталар. Мин бер юлы дүрт ауылдың урамын таҙарта алмайым, бер ауылды бөтәм, икенсеһенә күсәм. Быны аңларға күп аҡыл кәрәкмәй, тине ул. Өҫтәүенә, быйыл ҡыш та ҡарлы. «Ауыл Советы күсергән аҡсаны эшләйем дә ҡабат сыҡмайым, 4-5 миллион һумлыҡ тракторымды эштән сығарып, рәхмәт тә әйтә белмәгән халыҡҡа уңайлы булһын тип тырышмайым. Бындай һыуыҡта тракторҙы тоҡандырыуы еңел түгел», - тине ул.

Йә, Хоҙай, тип уйлап ҡуйҙым мин. Рөстәмде лә үпкәләтһәк, ни эшләрбеҙ. Бар урамдарҙы көрт баҫасаҡ. Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы техникаһы үҙенә өлгөрмәй, трассаны таҙартып бөтмәйенсә, ауыл урамдарына инмәйәсәк.

Был аноним СМС-хәбәрҙе яҙыусыға нимә әйтке килә? Һеҙ Рөстәмдең Иҫке Ҡалҡаш ауыл биләмәһенә ингән дүрт ауылдың төп урамдарын намыҫлы таҙартыуын үҙегеҙ ҙә яҡшы күреп-беләһегеҙ. Һәм был етерлек. Берҙән-бер тротуарҙы таҙартыу зарурлығы юҡ. Унан кем йөрөйәсәк? Беҙҙең ауылда мәктәп юҡ, ә балалар баҡсаһына кескәйҙәрен ата-әсәләре үҙҙәре алып бара. Иҫке Ҡалҡаш мәктәбендә уҡыусыларҙы автобус менән йөрөтәләр. Уларҙың барыһы ла юлдың һул яғынан ғына, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәп йөрөргә кәрәклеге тураһында иҫкәртелгән. Шулай уҡ ауылға ингән ерҙә сәғәтенә 40 километр тигән тиҙлекте сикләү билдәһе ҡуйылған.

Ни өсөн бөгөн халыҡ миһырбанһыҙ, кешелекһеҙ икән? Көндән-көн уларҙың йөҙәр мәсьәләһен хәл итергә тырышҡан урындағы һәм район Советы етәкселәренә береһе рәхмәт әйтә белерме икән? Мәҫәлән, элек Иҫке Ҡалҡаш ауылын яҙын, һыу ташҡанда, һыу баҫа ине, хәҙер бындай ҡурҡыныс юҡ. Әгәр Иҫке Ҡалҡаш ауыл Советы башлығы, район һәм республика ярҙам итмәһә кешеләр һаман интегер ине. Бөгөн, төҙөлгән дамба арҡаһында, проблема хәл ителде. Берҙәм, татыу, миһырбанлы булайыҡ, шулай тормош та матурыраҡ, йәшәү ҙә йәмлерәк булыр.


Миһран ҒӘЛИЕВ,

хеҙмәт ветераны, «Почет Билдәһе» ордены кавалеры.
Читайте нас: