Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Февраль 2019, 13:22

Күңелле бала саҡ илендә тынмаһын шат тауыштар

Стәрлебаш ауылының 3 һанлы балалар баҡсаһы (Мәҡсүт ауылында урынлашҡан) тәүге биш йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо йылдар дауамында балаларҙы үҙенә саҡырып, һәр иртән уның уттары ҡабына.

Беҙҙең балалар баҡсаһы - ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн уңайлы, йылы йорт. Бында һәр кескәйгә күңелле, һәйбәт һәм ҡыҙыҡ. Һәр көн кескәйҙәрҙе эшенә сикһеҙ ғашиҡ булған тәрбиәселәр ҡаршылай.

Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн иң мөһиме - уларҙың тәрбиәләнеүселәре. Улар төрлө: ирмәк, аҡыллы, зирәк һәм отҡор. Иғтибарлы, балалар күңеленә һәм йөрәгенә асҡыс таба белеүсе тәрбиәселәр улар менән һәр ваҡыт йәнәшәлә.

Беҙгә ни бары биш йыл, әммә беҙ тотороҡло үҫешәбеҙ.

Беҙҙә һөнәре туранан-тура педагогикаға бәйле кешеләр эшләй. Коллективҡа белемле һәм тәжрибәле Зәкиә Сәфәрғәлиева етәкселек итә. Уның ҙур педагогик стажы, тәрән теоретик белеме, ғәйәт ҙур практик тәжрибәһе ниндәй ҙә башланғыста уңыш гарантиялай. Уның арҡаһында коллективта йылы мөхит хөкөм һөрә.

Йылдан-йыл балалар баҡсаһы яҡшыра - тәрбиә ысулдары, ҡоролмалар, матди-техник һәм норматив база яңыртыла. Ә беҙ алда торған бурыстарҙы хәл итергә тырышабыҙ. Балалар - беҙҙең эштә иң мөһиме, улар өсөн беҙ тырышып эшләйбеҙ, белемебеҙҙе һәм оҫталыҡтарыбыҙҙы даими камиллаштырабыҙ.

Бергәләп төрлө саралар үткәреп, мәктәпкәсә учреждениены үҫтереү программаларын тормошҡа ашырабыҙ. Шулай уҡ ата-әсәләрҙең рәхмәтле баһалары беҙҙең хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора, улар иһә балалар баҡсаһында кескәйҙәрен яратыуҙарын һәм һәр иртән уларҙы түҙемһеҙлек менән көтөүҙәрен яҡшы белә.

Беҙҙең педагогтар юғары квалификацияға һәм белемгә эйә, улар һәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙә, республика һәм район конкурстарында әүҙем ҡатнашып, һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтә һәм призлы урындар яулай. Улар - Лилиә Сәлихова, Әлиә Сәфәрғәлиева, Резида Хәйбуллина, Ләйсән Ғәзизова һәм ошо юлдар авторы. Бындай конкурстар үҙ-үҙеңә баһаны арттыра, яңы ижади проекттарға импульс, ә алған тәжрибә - үҙең тураһында белдереү, ҡаҙаныштарың менән уртаҡлашыу һәм башҡаларҙан ниндәйҙер яңылыҡ белеү мөмкинлеге бирә. Балаларға баҡсала ҡыҙыҡлы һәм эстәлекле булһын өсөн уларға үҙенсәлекле һөйөү һәм шатлыҡ мөхите булдырылған. Педагогтарҙың уйлап таба белеү һәләтенә һәм фантазияһына хайран ҡалырлыҡ! Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренең һәр балаға ҡарата изге мөнәсәбәте, энтузиазмы, инициативаһы һәм ихлас ҡыҙыҡһыныусанлығы үҙгәрешһеҙ ҡала.

Беҙҙең учреждение коллективы һәм ата-әсәләр район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаровҡа, мәғариф бүлеге начальнигы Миңләхмәт Кәримовҡа даими ярҙамдары һәм балалар тураһында хәстәрлек күргәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерә.

Беҙҙең яратҡан балалар баҡсаһы сәскә атһын, ә коллективҡа барлыҡ ижади башланғыстарында ла һәр ваҡыт уңыш юлдаш булһын! Баҡса хеҙмәткәрҙәренә тынғыһыҙ сабыйҙарҙы тәрбиәләгәндә сабырлыҡ, ә ата-әсәләргә - аңлағандары һәм ярҙамдары, һәр саҡ беҙҙең менән булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Тәрбиәсе – изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәсеүсе ул. Тик сәскән орлоҡтарҙан нимә үҫеп сығыр һуң? Был һорауға бер кем дә яуап бирә алмай. Бары тик тәрбиәсе генә балаларҙың киләсәге өсөн үҙ өҫтөнә ошо яуаплылыҡты ала. Белем, тәжрибә, балаларға һөйөү, уларға ышаныу – илһам орлоҡтары сәсеүсе. Хатта сәсеүсе лә түгел, ә баҡсасы, сөнки һәр үҫентеһен ихлас тәрбиәләй, киләсәктә уларҙың шаулар урман булырына ышана ул.Зенфира ӘЙҮПОВА, 3 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе. Автор фотоларһы.

Читайте нас: